Ил етәксеһе Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы төбәктәренең отставкаға киткән етәкселәре менән осрашты.
Кремлгә Силәбе өлкәһенән Борис Дубровский, Алтайҙан Александр Бердников, Мурманскиҙан Марина Ковтун, Ырымбурҙан Юрий Берг, Ҡалмыҡ Республикаһынан Алексей Орлов, Кемеровонан Аман Тулеев килгәйне.
Президент уларға оҙаҡ йылдар дауамында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн рәхмәт әйтте һәм үҙҙәрен алмаштырған етәкселәргә кәрәкле ярҙам күрһәтерҙәренә ышаныс белдерҙе.
– Иң мөһиме – улар, һуңғы йылдарҙа һеҙ башҡарғандарға таянып, ошо төбәктәрҙә йәшәгән кешеләр мәнфәғәтендә артабан да эшләһен ине, – тине.