Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин: "Торлаҡ йорттарҙа хостелдарға урын юҡ"

Дәүләт етәксеһе “Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 17-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы законға ҡул ҡуйҙы.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Дәүләт етәксеһе “Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ кодексының 17-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы законға ҡул ҡуйҙы.


Ул күп фатирлы йорттарға хостелдар урынлаштырыуға ҡағыла.


Дәүләт-хоҡуҡ идаралығы справкаһында әйтелеүенсә, “Федераль закон тарафынан Торлаҡ кодексының 17-се статьяһына үҙгәреш индереү ҡарала, уға ярашлы 2019 йылдың 1 октябренән торлаҡ биналарында ҡунаҡхана урынлаштырыу тыйыласаҡ. Бынан тыш, күп фатирлы йорттарҙа бүлмәләр ҡунаҡхана хеҙмәте өсөн файҙаланыуға бирелә алмай”.


Билдәле булыуынса, был закон Дәүләт Думаһы тарафынан 4 апрелдә ҡабул ителеп, Федерация Советында 10 апрелдә хупланды.

Читайте нас: