Бөтә яңылыҡтар

Күмертауҙан – Өфөгә

Күмертау ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Борис Беляев Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. 

Күмертау ҡалаһының элекке хакимиәт башлығы Борис Беляев Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде.
Был вазифаны әлегә тиклем биләгән Михаил Кирәев хәҙер Хөкүмәттә именлек, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Юстиция буйынса дәүләт комитеты, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы менән үҙ-ара эш итеү мәсьәләләрен көйләйәсәк. Был йүнәлеш өсөн Артур Әхмәтханов яуап бирә ине.


Борис Беляев 1976 йылдың авгусында Күмертауҙа тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген “Көйөргәҙе” спирт-араҡы комбинатында башлай. Унда бүлек етәксеһе, директор урынбаҫары була. Төрлө йылдарҙа “Рәсәй почтаһы”ның Күмертау бүлексәһе етәксеһе булып эшләй. 2009 йылда Күмертау хакимиәте башлығы урынбаҫары, ә 2010 йылда хакимиәт башлығы итеп тәғәйенләнә.


Фото: Мирон Доровских.
Читайте нас: