Ҡалала мутлашыусылар күп. Улар ышанып барыусан кешеләрҙе аҡсаһыҙ һәм фатирһыҙ ҡалдыра.
Еңел табыш артынан ҡыуыусылар инде тейешле язаларын алһа ла, “яҡын туғандары”на әйләнеп бөткән кешеләрҙең уны шулай “тишек кәмәлә” ҡалдырыуына һаман ышанмай һуғыш ветераны.
Хәл былай була. Ике йыл элек ветеран фатир һатып алыу маҡсатында риэлтор агентлығына мөрәжәғәт итә. Үҙен Надя (исемдәр үҙгәртеп алынды) тип таныштырған ханым Василий Иванович менән итәғәтле итеп һөйләшә. Был конторала рәсми теркәлмәгәнлеге һуңынан асыҡланған “хеҙмәткәр” ветеранға фатир эҙләп табып, документтарын тултырышырға ярҙам итә.
Надя клиентты контораның башҡа “хеҙмәткәрҙәре” менән дә таныштыра. Дүрт әхирәт оло кешенең ышанысын яулап, уны иғтибар һәм хәстәрлек менән “сорнай”. Ветеранға яңы урынға күсергә, мебель һайлашырға ярҙам итәләр, фатирын йыйыштыралар. Һәм бер ыңғайы уның банк иҫәбендә ҙур сумма аҡсаһы булыуын да асыҡлайҙар.
Артабан еңел табыш артынан ҡыуыусылар аҡсаны үҙләштереү маҡсатында, юридик тел менән әйткәндә, енәйәтле килешеүгә инә.
Ҡатындарҙың береһе ветеран менән бергә банкка барып, йәнәһе, уның исеменә пенсияны күсереү өсөн, социаль карта рәсмиләштерә. Пин-кодты яттан белгән ханым пенсионерҙың картаһын үҙенә ала. Һуңынан ветерандың 3,7 миллион һум аҡсаһын картаға бәйле иҫәпкә күсерә.
Йыйылған пенсия аҡсаһы менән аҙаҡ ни булғанлығына төшөнөүе ауыр түгел. Ике ай дауамында йылғыр ханымдар банкомат ярҙамында көн һайын 50-шәр, 100-әр мең һумды ҡулаҡсаға әйләндерә.
“Хәстәрлекле” ханымдар ветерандың һаулығы тураһында ла “ҡайғырта”. Уның аҡсаһына юллама һатып алып, шифаханаға урынлаштыралар.
Артабан хәлдәр нәҡ кинолағы кеүек һүрәтләнә. Шифахананан алыҫ түгел урында Василий Ивановичҡа кемдәрҙер һөжүм итеп, документтарын урлай. Туҡмалған, кәмһетелгән ветеран “яҡын кешеләре”нә мөрәжәғәт итә. Әмәлгә килгәндәй, ҡатындарҙың береһе “осраҡлы” ғына эргәлә генә ял иткән була. Ул тиҙ генә “ҡыҙыу линия” номерына шылтыратып, аҡса картаһын яптырта.
Артабан мутлашыусылар картаны тергеҙеп, аҡса һурыуҙы дауам итә.
Аппетит ашаған ваҡытта асыла, тиҙәр, өс миллион һумдан ашыу аҡсаны үҙләштергәс тә, мутлашыусыларҙың һыуһыны ҡанмай. Уларҙың икәүһе оло кешенең торлағына йәбешә.
Уға һөжүм иткәндә юҡҡа сыҡҡан документтарҙы тергеҙергә ярҙам итәбеҙ, тип алдап, ҡатындар ветерандан фатирҙы бүләк итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙырта.
Әгәр Күп функциялы үҙәк хеҙмәткәре уяулыҡ күрһәтмәһә, бөгөн Василий Иванович аҡсаһыҙ ғына түгел, фатирһыҙ ҙа ҡалған булыр ине. Килешеүҙең хоҡуҡи экспертизаһындағы ҡайһы бер һорауҙарҙы асыҡлау маҡсатында үҙәк хеҙмәткәре ветерандың үҙенә шылтырата. Оло кешене был яңылыҡ ғәжәпләндерә. Шикле килешеү тураһында шунда уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр ителә. Һөҙөмтәлә 1,1 миллион һумлыҡ фатирҙы бүләк итеү буйынса килешеү туҡтатыла.
Василий Ивановичты иң шаҡ ҡатырғаны – уның ҡатындарҙың береһенә “өйләнгән” булыуы. “Йәш кәләш” ЗАГС-ҡа ла документтарҙы икәүләп тапшырҙыҡ тип иҫбатларға тырыша.
Аҡса барҙа бары ла дуҫ, тиҙәр. Мутлыҡтары асыҡланғас, ҡатындар араһында дуҫлыҡ та бөтә. Улар араһындағы мөнәсәбәт ышанысһыҙ булып сыға, бер-береһен алдап, һатып бөтәләр.
Күптән түгел Учалы район суды, дүрт ҡатынды ла енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле тип табып, иректәренән мәхрүм итеү тураһында ҡарар сығарҙы. “Йәш кәләш” ғәйебен тулыһынса танып, ветеранға урланған аҡсаның 480 меңен кире ҡайтарҙы. Ошоларҙы иҫәпкә алып, суд уны шартлы рәүештә өс йылға иркенән мәхрүм итте.
Ҡалған өс мутлашыусы ғәйептәрен танымай, суд ултырышында үҙҙәрен иркен тота, дорфа яуап бирә.
Суд уларҙың береһен биш йылға дөйөм режим колонияһына оҙатты. Әйткәндәй, тикшереү барышында уның тағы бер алдаҡ эше асыҡлана. Балаларына 14 йәш тулғас, ҡалған ике енәйәтсе йәш әсәләр ҙә ғүмерҙәренең өс йыл ярымын колонияла уҙғарасаҡ.