Йыл һайын илебеҙҙә алкоголь һәм ялған араҡы менән ағыуланыуҙан 13-18 мең кеше үлә. “Роспотребнадзор” хәбәр итеүенсә, беҙҙең республикала ла хәлдәр маҡтанырлыҡ түгел.
Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, республика прокуратураһы коллегияһында сығыш яһап, барлыҡ хоҡуҡ һағы хеҙмәткәрҙәренән муниципалитеттарҙа ялған араҡы һатыуҙы туҡтатыуҙы һораны. “Асылда был — халҡыбыҙҙы ҡырыу ул”, – тип билдәләне республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Нимә ул ялған алкоголь, һәм ул ғәҙәти эсемлектәннисек айырыла?
Ғәҙәттә, был аңлатма насар сифатлы суррогат араҡыға ҡарата ҡулланыла. Ул лицензияһы һәм тейешле ҡорамалдары булған заводта түгел, ә йәшерен цехтарҙа етештерелә. Бындай эсемлектәрҙе “етештереүселәр” технология, рецептура нескәлектәрен иҫәпкә алып тормай. Продукттың үҙҡиммәтен мөмкин тиклем кәметеү һәм күберәк табыш алыу маҡсатында иң арзан һәм зыянлы материалдар ҡулланыла.
Спирт нимәһе менән хәүефле?
Спирт та төрлө була. Алкоголь етештереүҙә этил спирты ҡулланыла, уны икенсе төрлө “медицина спирты” тип тә йөрөтәләр. Ғәҙәттә, ялған араҡы етештереүселәр күпкә осһоҙораҡ метанол, йәғни “ағас спирты” менән эш итә. Этил спиртынан айырмалы рәүештә, метанол — ул ағыу, сәнәғәттә шыйыҡлаусы ҡушымта булараҡ ҡулланыла. Тәме һәм еҫе буйынса этил спиртынан айырылмай тиерлек, әммә организмға эләгеү менән емергес “эшен” башлай: күңел болғана, ҡоҫтора, тән ҡалтырай, ауыр эҙемтәләргә килтерһә, һуҡырайтыуы, хатта үлемгә илтеүе ихтимал. Составында сивушлы май булған араҡы ла ялған һанала. Улар иҫәбенә ацетон, фурфурол, изопропил спирттар, етештереү технологияһын теүәл үтәмәү һәм тейешенсә таҙартмау арҡаһында барлыҡҡа килгән башҡа матдәләр инә. Улар иҫерткес эсемлектең еҫенә, төҫөнә һәм тәменә йоғонто яһай. Әгәр концентрация юғары булһа, кешене тулыһынса ағыулай. Статистика мәғлүмәттәренән күренеүенсә, 2017 йылда алкоголь менән ағыуланыуҙан 151 кешенең ғүмере өҙөлгән.
Магазиндарҙа көмөшкә аппараттары менән сауҙа итеү законлымы?
“Законлы. Һәр кем көмөшкәне үҙ мәнфәғәте өсөн ҡыуа ала, һәм был енәйәт тип һаналмай. Ә бына уны һатырға ярамай, бының өсөн дәүләттән лицензия алыу мотлаҡ. Әгәр тотолһағыҙ, 80 мең һумғаса штраф түләргә тура киләсәк”, — тип аңлата адвокаттар.
Ысын алкоголде ялғанынан нисек айырырға?
Иң төп ҡағиҙә — алкоголле эсемлектәрҙе ҡулдан, палаткаларҙан, баҙарҙан һатып алмау. Рәсми теркәлгән, касса чегы ярҙамында эшләгән сауҙа нөктәләренә генә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Шешәнең тышҡы торошона иғтибар итеү шарт. Ғәҙәттә, контрафакт араҡының ярлығы ҡыйыш йәбештерелә, ҡапҡасы сифатһыҙ, “акциз маркалары” тоноҡ һәм аңлайышһыҙ була, алтынһыу һыҙаты һүрәт һымаҡ итеп төшөрөлә (ысынында ул айырым элемент булараҡ эшләнә), голограммаһы ялтырап торһа ла, бер төрлө лә үҙгәрмәй.
Был осраҡта заманса технологиялар ярҙам итә аламы?
Алкоголдең ысынмы-түгелме икәнен смартфон ярҙамында белергә мөмкин. Иғтибар иткәнегеҙ барҙыр: һатыусылар спиртлы эсемлектәрҙең шешәһен ике тапҡыр сканерлай. Рәсәйҙә етештерелгән һәм һатыуға сығарылған бөтә төр алкоголь иҫәпкә алына: һәр шешәгә штрих-кодтан тыш шәхси һан һуғыла. Ул ил күләмендә етештерелгән барлыҡ алкоголгә ҡағылышлы берҙәм мәғлүмәт базаһынан (ЕГАИС) алына. Шешәнең һанын Рәсәй алкоголде көйләү сайтының “Маркаларҙы тикшереү” бүлегендә асыҡларға була.
Шулай уҡ смартфонға уларҙың “Антиконтрафакталко” махсус ҡушымтаһын ҡуйып алырға мөмкин. Ул бик ябай. Урынлаштырғандан һуң ҡушымта һеҙгә акциз маркаһын сканерларға тәҡдим итәсәк (быны магазинда уҡ, йәғни һатып алғанға ҡәҙәр эшләргә мөмкин). Шулай уҡ касса чегын да сканерларға мөмкин. Система һеҙгә продукцияның маркаһын, күләмен, ҡатылығын, етештереүсеһен яҙасаҡ (тикшереп ҡарағыҙ, тура киләме-юҡмы). Шулай уҡ һатып алыу ваҡытын һәм урынын да күрһәтәсәк. Әгәр берәй нәмә тап килмәһә, ялыу яҙырға мөмкин: законды һанламаған һатыусыға тикшереүселәр киләсәк һәм тейешле сара күрәсәк.
Магазиндарҙа контрафакт алкоголь күпме?
Мәсьәлә бик ҡырҡыу тора. Республиканың Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, былтыр ялған алкоголь һәм спиртлы эсемлектәр етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән биш йәшерен цехтың эшмәкәрлеге туҡтатылған. Законһыҙ әйләнештән 10 миллион һумға торошло 265 мең литр продукция, шулай уҡ ҡойоу һәм төрөү буйынса автоматлаштырылған ике линия, конвейер, болғау һәм бүлеп ҡойоу ҡорамалы алынған. Былтырғы йылдың 11 айында полиция хеҙмәткәрҙәре 830 административ хоҡуҡ боҙоу осрағын асыҡлаған, контрафакт менән сауҙа итеүселәргә 11,6 миллион һумға торошло штраф һалған.
Радий Хәбировтың сығышынан һуң тикшереүҙәр көсәйҙе, ағыу һатыусыларҙы фашлау бурысы ҡуйылды, төбәктә даими рәүештә рейдтар уҙғарыла. Төрлө йүнәлештәге ведомстволар ҙа күләмле саралар ойоштора. Мәҫәлән, сауҙа буйынса дәүләт комитеты йәмәғәт ойошмалары менән берлектә магазиндарҙағы продукцияның сифатын тикшереү маҡсатында рейдтар үткәрә.
Шулай, Белорет районында йәшәгән 57 йәшлек ир Магнитогорск ҡалаһында ҙур партиялар менән контрафакт алкоголь һатып алған. Уларҙы ҡуртымға алынған ике гаражда һаҡлаған һәм легаль булмаған алкоголде ҡала һәм район кешеләренә һатҡан.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре унан алты мең шешә, шулай уҡ ун литрлы 100-ҙән ашыу баллон тартып алған. “Эшҡыуар” уны араҡы һәм коньяк тип һатҡан, хаҡын баҙар хаҡтарынан түбәнерәк ҡуйған.
Белгестәр тикшергәндән һуң асыҡланыуынса, спиртлы эсемлектәр билдәләнгән сифат стандарттарына тап килмәй. Экспертиза контрафакт хаҡын 1,3 миллион һумдан ашыу тип билдәләй. Ир ғәйебен таныны. Суд уны һынау срогы менән шартлы рәүештә бер йылға иркенән мәхрүм итте. Шулай уҡ 300 мең һумлыҡ штраф һалынды. Алкоголь юҡҡа сығарылды.
Был саралар ялған алкоголгә күпмелер кимәлдә кәртә булыр тип ышанғы килә, әммә эш, тәү сиратта, халыҡтың үҙенең әүҙемлегенә бәйле. Ихтыяж булмаған ерҙә тәҡдим дә булмай бит. Кәрәк булған осраҡта, күптәр иң тәүҙә хаҡын, йәғни арзаныраҡ булыуын иҫәпкә ала, ә сифат менән хәүефһеҙлек төшөнсәләре ситтә тороп ҡала.