Учалы эске эштәр бүлегенең өлкән тәүтикшереүсеһе Динара Фәсхетдинова бәйән иткән хәл барыһын да уйға һалыр.
Былтыр йәй була был аяныслы ваҡиға. Заманында Учалыла йәшәгән, ә хәҙер бер ҡайҙа ла эшләмәй, тегеләй-былай һуғылып йөрөгән йәш ҡатындың ҡалаға саҡырылмай ҡунаҡҡа килгәнендә хәмер эсеп, күңел асҡыһы килеп китә. Аҡса юҡ. Һәм үҙе аңлатма биреүенсә: “...мәсеттә һәр саҡ һәм һәр кемгә ярҙам итәләр икәнлеге иҫкә төшә”.
Эйе, ғибәҙәтханала ярҙам итәләр, әммә араҡыға аҡса бирмәйәсәктәре барыһына ла билдәле. Шуға ла был ҡатын Зәйнулла ишан исемендәге мәсеткә барып: “Атайым үлде, ерләргә, һуңғы хөрмәт күрһәтергә аҡсам юҡ!” – тип ялбара.
Ысынбарлыҡта атаһы алты йыл элек Төмән өлкәһенең бер ауылында үлгән була, әммә яҡын кешеһенең рухын рәнйетеүҙән һис тә тартынмаған ҡатын мулланан дүрт мең һум аҡса ала. Артабан күрше Силәбе өлкәһе Межозерный ҡасабаһына барып, хәмергә тотона. Бер нисә көндән аҡсаһы бөтә. Ҡатын берҙе уңышлы һыналған алымды йәнә ҡулланырға була.
Тик был юлы “Нур” мәсетенә килә. Бәлә һалып, үҙен йәлләтеп, мулланың телефон номерын һәм йәшәгән адресын алып, өйөнә үк килә. Балалары булмаһа ла, “Мейәс ҡалаһында улымды үлтерҙеләр, мәйетен алып ҡайтырға ла аҡсам юҡ”, – тип илай. Мәрхәмәтле мулла дүрт мең һум аҡса тоттора. Ошондай ҡара ҡайғыға ҡалған кешенән паспортыңды күрһәт, белешмә килтер, тип бер кем дә төпсөнөп тормай инде! Һәр намыҫлы кеше өсөн “гонаһ шомлоғо” тигән төшөнсә таныш, былай башҡа һыймаҫлыҡ хәйлә уйлап, бер кем дә алдашмаҫ! Әлбиттә, намыҫын хәмер менән йыуып бөтөргән бәндәләрҙең генә бер нәмәгә лә иҫе китмәй. Ҡатын йәнә Межозерныйға йүнәлә, йәнә әшнәләре менән араҡы алып һыйлана.
Табиптар дөрөҫ әйтә: алкоголиктарҙың аҡыл ҡеүәһе лә ныҡ ҡаҡшай. Был ҡатындың артабанғы ҡылыҡтары быға дәлилдер. Күпмелер ваҡыт күренмәй тороу кәрәклеге тураһында уйлап та бирмәй, аҡсаны туҙҙырып бөткәс, йәнә Зәйнулла ишан исемендәге мәсеткә теләнселәргә килә.
Тәүге тапҡыр аҡса алған хәҙрәттең күҙенә салынғас, юҡ, мин һеҙҙе белмәйем, тип ҡойроҡ болғап маташа. Шунан хәйлә ҡора: йәнәһе лә, һеңлем менән бутайһығыҙҙыр, беҙ ныҡ оҡшашбыҙ. Хәҙрәт ауылға барып “һеңле”не күреп аңлашыуҙы талап иткәс кенә, аҡсаны алдап алдым шул, ҡайтарыу йөкләмәһен яҙайым, тип тәҡдим итә. Тик был юлы ла расписканы икенсе, уйлап сығарған фамилия менән яҙып маташа.
– Рәсәй Енәйәт кодексының 159-сы статьяһының 1-се өлөшө буйынса (“Мутлашыу”) енәйәт эше ҡуҙғатылды, суд был статья буйынса ошоға тиклем бер тапҡыр яуаплылыҡҡа тарттырылған булыуын да иҫәпкә аласаҡтыр, – ти майор Динара Фәсхетдинова.
Эйе, саманан тыш еңел ҡотолмаһа, дөрөҫ булыр ине буғай. Ябай алдашыу-мутлашыу ғына түгел бит был, ә кешеләрҙең мәрхәмәтлек, рәхимлелек тойғоларын оятһыҙ рәүештә файҙаланыу. Тап ошондай әҙәм аҡтыҡтары арҡаһында ысынында ла мохтаж кеше ярҙамһыҙ ҡалыуы бар бит.