Рәсәй Президенты Владимир Путин бөгөн сик һаҡсыларын байрам менән ҡотланы.
“Бөгөн беҙ Рәсәйҙең территориаль бөтөнлөгөн һәм хәүефһеҙлеген, граждандарыбыҙҙың тыныслығын һаҡлаған, ватан сиген һаҡлауҙы ябай һөнәр итеп кенә түгел, ә йәшәү асылы итеп ҡабул иткән хәрбиҙәрҙе тәбрикләйбеҙ. Рәсәй сиген һаҡлаусылар һәр саҡ ҡыйыулыҡ, ҡаһарманлыҡ кеүек сифаттары менән айырылып торҙо. Улар агрессорҙарҙың һөжүмен беренсе булып ҡабул итте, дошманға ҡаршы ҡыйыу һуғышты, һуңғы тамсы ҡаны ҡалғансы Тыуған илен һаҡланы.
Был көндә сик буйы хеҙмәттәре ветерандарына айырым рәхмәт һүҙҙәрен еткерәм. Халҡыбыҙ 1941 йылда Баренц диңгеҙенән алып Ҡара диңгеҙгәсә ил сигендә милләтселәргә ҡаршы алышҡан батырҙарҙың яҡты иҫтәлеген һаҡлай.
Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, яңынан-яңы уңыштар теләйем”, – тиелә Президенттың ҡотлауында.