Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин – Ҡаҙағстанда

Рәсәй Президенты Владимир Путин Юғары Евразия иҡтисади советы ултырышында ҡатнаша. Сара Евразия иҡтисади союзы ойошторолоуҙың биш йыллығына арнала.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин Юғары Евразия иҡтисади советы ултырышында ҡатнаша. Сара Евразия иҡтисади союзы ойошторолоуҙың биш йыллығына арнала.


Союз ағзалары булған дәүләттәрҙең (Әрмәнстан, Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Рәсәй) етәкселәренән тыш, ултырышҡа Молдова Республикаһы Президенты Игорь Додон һәм Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон саҡырылды.


Совет ағзалары биш йыллыҡ эшкә йомғаҡ яһаясаҡ, сауҙа, иҡтисад, сәнәғәт, финанс, социаль сәйәсәт өлкәләрендә үҙ-ара эшмәкәрлекте киңәйтеү йәһәтенән киләсәккә бурыстар билдәләйәсәк, берлектәге документтарға ҡул ҡуясаҡ.

Читайте нас: