Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин музей-ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәрен ҡотланы

Бөгөн Переславль-Залесск тарихи-архитектура һәм художество музей-ҡурсаулығына йөҙ йыл тулды.

Фото: vk.com/vladimir_vladimirovichp
Фото: vk.com/vladimir_vladimirovichp
Бөгөн Переславль-Залесск тарихи-архитектура һәм художество музей-ҡурсаулығына йөҙ йыл тулды.


Учреждение коллективын дәүләт етәксеһе Владимир Путин ҡотланы.


“Боронғо Переславль-Залесск күп һанлы тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре, тәбиғәт пейзаждары, ҡунаҡтарҙы йылы, ихлас ҡаршылауҙары менән бөтөн донъяға билдәле. Һәм, әлбиттә, ундағы 100 йыллығын билдәләгән музей-ҡурсаулыҡ төбәгебеҙ ынйыларының береһе булып тора”, – тиелә Рәсәй Президентының телеграммаһында.


Дәүләт етәксеһе билдәләүенсә, музей-ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең тынғыһыҙ, ҡаһармандарса хеҙмәте милли мираҫыбыҙҙы һаҡлауға баһалап бөткөһөҙ өлөш индерә. “Үҙ эшегеҙгә ихлас һөйөү йолаһын лайыҡлы дауам итәһегеҙ, йөкмәткеле ижади, белем биреү, күргәҙмә проекттарын тормошҡа ашырып, халыҡта музей-ҡурсаулыҡҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыраһығыҙ”, – тине Владимир Путин.


Учреждениеға йыл һайын 200 мең тирәһе кеше килә. Экспонаттар – 95 мең самаһы.

Читайте нас: