Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан менән Молдова яҡыная

Шаршамбы Башҡортостан менән Молдова республикалары араһында тарихи ваҡиға булды: беҙгә тәүге тапҡыр Молдова республикаһының Президенты Игорь Додон етәкселегендә эшлекле делегация килде. Ҡунаҡтарҙы “Өфө” аэропортында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡаршы алды.

Шаршамбы Башҡортостан менән Молдова республикалары араһында тарихи ваҡиға булды: беҙгә тәүге тапҡыр Молдова республикаһының Президенты Игорь Додон етәкселегендә эшлекле делегация килде. Ҡунаҡтарҙы “Өфө” аэропортында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ҡаршы алды.


Эш программаһы бик бай ине. Делегация Башҡорт дәүләт университетына барҙы, “Молдова республикаһы – Рәсәй төбәктәре” тип аталған эшлекле хеҙмәттәшлек форумында ҡатнашты. Шулай уҡ Игорь Додон Красноусолдағы Табын Алла Анаһы иконаһы храмында булды.


Тәүге көндө Радий Хәбиров менән Игорь Додондың эш осрашыуы үтте. Улар сауҙа-иҡтисади һәм мәҙәни хеҙмәттәшлекте нығытыу мәсьәләләре тураһында фекер алышты.


– Һеҙҙе республикабыҙҙа күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Был беҙҙең өсөн ҙур мәртәбә. Барыбыҙ ҙа бер ҙур илдән сыҡҡан кешеләр, уртаҡ яҡтарыбыҙ күп. Бөтәбеҙ ҙә рус телендә һөйләшә, дөйөм мәҙәниәтебеҙ бар, атай-олатайҙарыбыҙ бергәләп Бөйөк Ватан һуғышында дошманға ҡаршы һуғышҡан. Шуға күрә бергә булыр һәм үҫешер өсөн мөмкинлектәр ҙәр, – тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.


Радий Фәрит улы фекеренсә, был сәфәр Башҡортостан менән Молдова республикалары араһындағы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең яңы биттәрен асасаҡ.


Молдова етәксеһе лә ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын белдерҙе. Уның менән бергә килешеү төҙөү теләге менән янған дүрт төбәк вәкиле лә килгәйне.


– Мин беҙҙең республикалар араһындағы сауҙа күләме менән таныштым. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, түбән. Ә мөмкинлектәрҙең бик ҙур булыуына ышанам. Ошо килешеүҙәргә ҡул ҡуйғас, мөнәсәбәттәр кимәлен күтәрә алырбыҙ тип уйлайым. Беҙгә сауҙаны кәмендә биш-алты тапҡырға арттырырға кәрәк, – тине Игорь Додон.


Ысынлап та, Башҡортостандың 118 партнер иле араһында Молдова Республикаһы 64-се урында. Сауҙа әйләнеше күләме ни бары – 2,2 миллион доллар. Шуның 2 миллионы – экспортҡа тура килә.


– Ауыл хужалығы өлкәһендә, сәнәғәт ҡорамалдары, ашламалар етештереү тармағында партнерлыҡты үҫтереү мөмкинлеге бар. Шулай уҡ беҙ Башҡортостанда эшләнгән машиналарҙы һеҙгә тәҡдим итә алабыҙ, шул иҫәптән – автобустар һәм ауыл хужалығы техникаһы, – тине Радий Фәрит улы.


Башҡортостан иһә Молдованан башлыса алма һатып ала. Әммә уларҙың беҙгә тәҡдим итергә теләгән тауарҙар күләме күпкә киңерәк. Мәҫәлән, шараптар килтерергә әҙерҙәр.


Икенсе йыл рәттән сентябрь аҙағында – октябрь башында Молдова Республикаһында инвестиция форумы үтә. Молдова Президенты сараға Радий Хәбировты ла саҡырҙы. Быйыл инвестиция форумы сиктәрендә, бер юлы Молдова һәм Рәсәй төбәктәре форумын да үткәрергә йыйыналар. Бер һүҙ менән әйткәндә, көҙ көнө Молдовала ҡыҙыҡлы һәм файҙалы сара көтөлә. Радий Фәрит улы унда ҙур делегация менән мотлаҡ барасағын белдерҙе.


Төҙөлгән килешеүҙәр араһында Башҡортостан өсөн ҡыҙыҡлы булған Гагаузия менән хеҙмәттәшлек тә бар ине. Радий Фәрит улы белдереүенсә, унда төрки телле халыҡтар йәшәй, беҙҙең уртаҡ этник тамырҙарыбыҙ бар. Был артабанғы үҫешкә файҙаға ғына, тигән фекерҙә төбәк етәксеһе.


Осрашыу һуңында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды. Улар араһында Өфө менен Гагаузия, Кушнаренко менән Окницкий, Ишембай менән Бессарабия райондары араһында туғандаш ҡала һәм райондар бәйләнеше булдырыу тураһындағылары ла бар.


Фото: “Бәйләнештә” соцтиаль селтәренән.
Читайте нас: