Бөтә яңылыҡтар

Башҡортостан - Молдова дуҫлыҡ күперен нығыта

Мәғлүм булыуынса, әле Өфөлә "Молдова Республикаһы - Рәсәй төбәктәре" эшлекле хеҙмәттәшлек форумы бара. Сара сиктәрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән Молдова Республикаһының Президенты Игорь Додон дәүләт эшмәкәрҙәре, сәйәсмәндәр, депутаттар, бизнес вәкилдәре менән осраша.

- Беҙ Башҡортостан менән Молдова араһындағы мөнәсәбәттәрҙе әүҙем үҫтереү яғында. Рәсәй - Молдованың стратегик уҙаҡташы. Молдова Рәсәйһеҙ йәшәй алмаясаҡ, сөнки Рәсәй эшҡыуарҙары беҙҙең төп инвесторҙарыбыҙ. Иҡтисади бәйләнештәр йылдан-йыл үҫешә, - тине Игорь Додон форумда ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп.

Молдова Президенты шулай уҡ үҙҙәрендә интернет бәйләнеше үҫешкән булыуы, илдә рус телендә иркен һөйләшеү мөмкинлектәре хаҡында һөйләп китте.

- Беҙ ҙә был бәйләнештәрҙе үҫтереү яғында, көҙ Кишиневҡа барасаҡбыҙ, - тип белдерҙе Радий Хәбиров.

Автор фотоһы.
Читайте нас: