Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙе Молдова мәҙәниәте йылы көтә

Бөгөн Өфөлә үткән Башҡортостан һәм Молдова етәкселегенең эшлекле осрашыуында республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Молдова менән Рәсәйҙә ике яҡлы Мәҙәниәт йылы үткәрергә тәҡдим итте.

Бөгөн Өфөлә үткән Башҡортостан һәм Молдова етәкселегенең эшлекле осрашыуында республиканың Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Молдова менән Рәсәйҙә ике яҡлы Мәҙәниәт йылы үткәрергә тәҡдим итте.
“Эшлекле Рәсәй”ҙең рәйестәше Андрей Назаров был идеяны хупланы һәм Молдова президенты Игорь Додон менән республика етәксеһе Радий Хәбировҡа Башҡортостанда Молдова мәҙәниәте йылын уҙғарырға тәҡдим итте. Етәкселәр бының менән ризалашты.


Игорь Додон фекеренсә, Йыл сиктәрендә Молдова шарабы фестивален ойошторорға мөмкин. Ул киләһе йылға тағы беҙгә килергә һүҙ бирҙе.


Әминә Шафиҡова Өфөлә ошо көндәрҙә тамамланған “Туғанлыҡ” фестивале тураһында һөйләне. Унда Дионис Танасоглу исемендәге Гагауз милли театры уңышлы сығыш яһап, актерҙары Михаил Константинов махсус призға лайыҡ булыуын әйтте. Министр Молдова президентына мәҙәни бәйләнештәрҙе үҫтергәне өсөн рәхмәт һүҙҙәре әйтте.


Фото: Олег Яровиков.
Читайте нас: