Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
2 Июнь 2019, 02:28

Владимир Путин ирекмәндәрҙе ҡотланы

Владимир Путин Ирекмәндәр үҙәге ассоциацияһы булдырылыуға биш тулыу уңайынан уның ағзаларын ҡотланы.

Фото: static.tildacdn.com
Фото: static.tildacdn.com
Владимир Путин Ирекмәндәр үҙәге ассоциацияһы булдырылыуға биш йыл тулыу уңайынан уның ағзаларын ҡотланы.


“2014 йылда барлыҡҡа килгән ойошма Сочиҙа ҡышҡы Олимпия уйындарын үткәреүгә, етди ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеүгә, ҙур спорт байрамында ҡунаҡсыл, ихлас мөхит булдырыуға ҙур өлөш индерҙе”, – тине дәүләт башлығы.

Владимир Путин ирекмәндәрҙең халыҡ-ара сараларҙы уҙғарыуҙағы өлөшөн юғары баһаланы. “Улар һәр байрамда, ярышта ҡатнашыусыларға, ҡунаҡтарға уңайлы мөхит булдыра, сара хәтерҙәрендә оҙаҡ һаҡланһын өсөн бөтөн күңелен, тырышлығын һала”, – тине ул.

Читайте нас: