Рәсәй етәксеһенең Хөкүмәт ағзалары менән үткәргән сираттағы кәңәшмәһендә төп тема торлаҡ төҙөлөшөн финанслауҙа эскроу-иҫәпте файҙаланыу булған.
Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев, “ДОМ.РФ” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Плутник доклад менән сығыш яһаған.
“Яҡын араларҙа “алданған өлөшсө” тигән хурлыҡлы һүҙбәйләнештән ҡотолоу өсөн көсөбөҙҙән килгәндең барыһын да эшләргә тейешбеҙ”, – тип белдергән Владимир Путин.