Йылайыр районы Советы депутаттары ултырышы тәүге тапҡыр башҡорт телендә үтте.
Уның 4-се саҡырылышы эшендә, депутаттарҙан тыш, район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин, уның урынбаҫарҙары, ауыл биләмәләре башлыҡтары ҡатнашты. Ултырышты район Советы рәйесе урынбаҫары З. Бүләков алып барҙы.
Көн тәртибенә ярашлы, иң беренсе Башҡортостан Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығының Йылайыр районы буйынса мөлкәткә идара итеү комитеты рәйесе Рәзилә Хәйруллина сығыш яһаны.
Район биләмәһендә һанлы телевидениеға күсеү эштәре тураһында хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марс Солтанов бәйән итте. Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеге етәксеһе Фәрит Әбделмәнов районға “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексын индереү тураһында һөйләне.
Илгиз Лирман улы сығыштарға ҡарата үҙ фекерен еткерҙе, йомғаҡ яһаны. Депутаттар ултырышта ҡаралған мәсьәләләр буйынса тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.