Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында хоҡуҡ һаҡлау системаһы һәм судтарҙы үҙгәртеп ҡороу тураһында ла һүҙ булды. Финанс министрлығы һәм Иҫәп палатаһы ошо хаҡта тәҡдимдәр әҙерләй, тип белдерҙе вице-премьер һәм финанс министры Антон Силуанов.
Алексей Кудрин фекеренсә, судтар эшенә даими мониторинг ойоштороу, суд системаһының кадрҙар ҡеүәтен арттырыу өсөн саралар кәрәк. Бизнес тарафынан власҡа ышаныстың булмауы иҡтисад үҫешен тотҡарлай, тип иҫәпләй ул.