Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
7 Июнь 2019, 00:36

Владимир Путин мәғлүмәт агентлыҡтары етәкселәре менән осрашты

Дәүләт етәксеһе донъяның алдынғы мәғлүмәт агентлыҡтары етәкселәре менән осрашты.

Фото: vk.com/vladimir_vladimirovichp
Дәүләт етәксеһе донъяның алдынғы мәғлүмәт агентлыҡтары етәкселәре менән осрашты.


Сара Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы барышында ойошторолдо. Рәсәй башлығы менән осрашыуҙа Бөйөк Британия, Германия, Иран, Испания, Италия, Ҡытай, АҠШ, Франция, Япония мәғлүмәт агентлыҡтары вәкилдәре ҡатнашты. Рәсәйҙән ТАСС мәғлүмәт агентлығының генераль директоры Сергей Михайлов булды.


Төп тема илебеҙҙең эске һәм тышҡы сәйәсәтенә бәйле көнүҙәк мәсьәләләргә бағышланды. "Бөгөн Рәсәй менән АҠШ араһында алып барылған ике яҡлы һөйләшеүҙәр донъяуи хәүефһеҙлек йәһәтенән айырыуса әһәмиәтле", - тине Владимир Путин.