Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Июнь 2019, 01:40

Владимир Путин Санкт-Петербург дәүләт университетында

Рәсәй башлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпинға Санкт-Петербург дәүләт университетының почетлы докторы дипломын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Рәсәй башлығы Ҡытай Халыҡ Республикаһы рәйесе Си Цзиньпинға Санкт-Петербург дәүләт университетының почетлы докторы дипломын тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.


Награданы юғары уҡыу йорто ректоры Николай Кропачев бирҙе.


Быйыл апрелдә Ҡытайға барғанында Владимир Путинға илдең алдынғы Цинхуа университетының почетлы докторы дипломы тапшырылғайны.


Әлеге тантана алдынан ике етәксе Санкт-Петербург дәүләт университетының ғилми китапханаһы фондтары экспозициялары менән танышты. Күргәҙмәгә төрлө быуаттарҙа ҡытай теленән руссаға тәржемә ителгән китаптар ҡуйылғайны. Мәҫәлән, металл иретеү тураһында XVII дәүерҙә сыҡҡан һирәк ҡулъяҙма ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.


Етәкселәргә Рәсәй һәм Ҡытай студенттары төшөргән картиналарҙы бүләк иттеләр.

“Элек-электән килгән мәҙәни бәйләнеш ике аралағы бөгөнгө төрлө яҡлы хеҙмәттәшлектең төп нигеҙе булып тора”, – тине Владимир Путин.

Читайте нас в