Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Июнь 2019, 18:07

Ҡарағыҙ, Мишкәгә кем килгән!

Павел Трапезников Мишкә районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде. Әлегә тиклем ул Бөрө районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләне. Райондың элекке етәксеһе Рөстәм Мусин Краснокама районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

Павел Трапезников 1976 йылдың 26 декабрендә Ҡаҙағстандың Балхаш ҡалаһында тыуған. Юғары белемле – Бөрө педагогия институтын һәм Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1999 йылда Бөрө район-ара суд приставтары хеҙмәтендә суд приставы булып башлай.

Төрлө йылдарҙа Федераль һалым хеҙмәтенең район-ара инспекцияһында дәүләт һалым инспекторы, юридик бүлек начальнигы, Рәсәй Пенсия фондының Бөрө районы һәм ҡалаһындағы идаралығында баш юрисконсульт, “Социнвестбанк”тың Благовещен өҫтәмә офисында директор, “Россельхозбанк”тың өҫтәмә офисында идарасы, баш иҡтисадсы булып эшләй.

Фото: “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы.
Читайте нас: