Башҡортостандың Архангел районында – яңы башлыҡ. Бөгөн Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарасаҡ Илшат Әминев менән таныштырҙы.
Район менән 2012 йылдан алып етәкселек иткән Александр Комзалов үҙ теләге буйынса вазифаһын ҡалдырҙы.
Илшат Әминев 1993 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын “Урман һәм баҡса-парк хужалығы” белгеслеге буйынса тамамлаған. 2012 йылда картуф уңышлылығына арналған диссертация яҡлаған. 2006 йылдан алып 83-сө һөнәри лицей директоры һәм Башҡортостан агросәнәғәт колледжы етәксеһе вазифаларында эшләгән.