Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Июня 2019, 13:12

“Берҙәм Рәсәй” кемде һайлар?

Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары сентябрҙә үтәсәк республика Башлығы һайлауға үҙ кандидатын билдәләйәсәк.

Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” партияһы ағзалары сентябрҙә үтәсәк республика Башлығы һайлауға үҙ кандидатын билдәләйәсәк.


– Ҡарарҙы бөгөн кис үтәсәк төбәк бүлексәһе конференцияһында ҡабул итәсәкбеҙ, – тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе, партияның төбәк бүлексәһе Секретары Константин Толкачев. – Район һәм ҡалаларҙан килгән делегаттар йәшерен тауыш биреү юлы менән дүрт кандидат араһынан берәүҙе һайлаясаҡ. Уларҙың барыһы ла партияның сәйәси советы тарафынан тәҡдим ителде, муниципалитеттарҙа беренсел бүлексәләр менән осрашыуҙар үткәрҙе. Тауыш биреүгә тиклем һәр ҡайһыһы үҙенең программаһы менән таныштырасаҡ.


Дүрт кандидат билдәле. Улар – Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев һәм “Рәсәй терәге”нең Башҡортостан төбәк бүлексәһе рәйесе Ләйсән Николаева.


Фото: bash.news
Читайте нас