Дәүләт етәксеһе балалы ғаиләләргә торлаҡ алыуға йә төҙөүгә ташламалы ипотека биреү ҡағиҙәләрен, шул иҫәптән Әсәлек капиталын файҙаланыу юлдарын камиллаштырырға ҡушты.
Рәсәй Хөкүмәтенә шулай уҡ түбәндәге мәсьәләләрҙе ҡарарға күрһәтмәләр бирелде:
* инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә льготалы ипотека торлаҡ кредиты (займ) биреү;
* Рәсәйҙә уҡыған сит ил граждандарына, шулай уҡ ҡырҙа йәшәгән ватандаштарыбыҙға белем алыу өсөн йыллыҡ квоталарҙы арттырыуҙың маҡсатҡа ярашлылығы;
* ҡеүәтле етештереү һәм башҡа ойошмаларҙы (табыш үҙәктәрен) үҙҙәре төп эшмәкәрлек алып барған субъекттарҙа берҙәм дәүләт реестрында теркәүгә дәртләндергән, этәргес биргән механизмдар булдырыу.