Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Бишкәктә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары – дәүләт етәкселәре Советы ултырышы бара. Рәсәй Президенты унда Ҡырғыҙстан башлығы Сооронбай Жээнбеков менән осрашты.
Ике дәүләт етәксеһе үҙ-ара бәйләнеште нығытыу мөмкинлектәре, Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы саммитын үткәреү мәсьәләләре хаҡында фекер алышты.
Ҡырғыҙстан Президенты осрашыуҙа тотош Рәсәй халҡын байрам менән ҡотланы, ике арала элек-электән дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре ныҡ булыуын билдәләп, артабан да ошо күркәм йоланы һаҡлау теләген белдерҙе.
Владимир Путин саҡырыуға рәхмәт әйтте.
“Бындай ҙур сараны тейешенсә ойоштороу еңел мәсьәлә түгел. Барыһы ла юғары кимәлдә үтәсәгенә ышанам. Бының өсөн һеҙҙең ҙур тырышлыҡ һалғанығыҙҙы беләм. Уңыштар теләйем”, – тине Владимир Путин.