Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Июнь 2019, 20:25

Рәфис Ҡадиров та Башлыҡ булмаҡсы

Башҡортостан Башлығы вазифаһына йәнә бер кандидат билдәләнде. Кисә “Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында, партия ағзалары Рәфис Ҡадировты тәҡдим итте.

Башҡортостан Башлығы вазифаһына йәнә бер кандидат билдәләнде. Кисә “Рәсәй патриоттары” партияһының төбәк бүлексәһе конференцияһында, партия ағзалары Рәфис Ҡадировты тәҡдим итте.


– Миңә улар исеменән сығыу өсөн бер нисә партия тәҡдим яһағайны, мин “Рәсәй патриоттары”н һайланым, – тине Рәфис Ҡадиров.
Башҡортостанда ул “Восток” банкы һәм “Восток” ЧИФ-ының элекке етәксеһе булараҡ билдәле. Шулай уҡ ул Башҡортостандың Юғары Советының беренсе саҡырылыш депутаты һәм 1991 йылда республика президенты вазифаһына ла кандидат булғайны.


Бынан тыш Ҡадиров 2016 йылда Рәсәй Дәүләт Думаһына һайлауҙа ла ҡатнашҡайны.


Шулай итеп, әлеге мәлдә Башҡортостан Башлығы вазифаһына һигеҙ кеше дәғүә итә. Улар: “Берҙәм Рәсәй”ҙән – Радий Хәбиров, “Рәсәй пенсионерҙары партияһы”нан – Владимир Кобзев, КПРФ-тан – Юнир Ҡотлоғужин, ЛДПР-ҙан – Иван Сухарев, “Ғәҙел Рәсәй”ҙән – Юрий Игнатьев, “Яблоко”нан – Зөлфиә Ғайсина, “Рәсәй патриоттары”нан – Рәфис Ҡадиров һәм “Йәшелдәр”ҙән – Сания Тимасова.


Фото: социаль селтәрҙәр.
Читайте нас: