Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Вьетнам Республикаһының йәмәғәт именлеге министры То Лам менән осрашты. Вьетнам делегацияһы Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы вәкилдәрҙең X халыҡ-ара осрашыуында ҡатнаша.
Осрашыу барышында яҡтар артабан да нефть һәм газ сәнәғәте, машиналар эшләү, ауыл хужалығы тармаҡтарындағы хеҙмәттәшлек итеү буйынса фекер алышты. Шул иҫәптән һүҙ Күмертау авиация етештереү предприятиеһының “Ка” маркалы вертолеттары тураһында булды. Был вертолеттар хәрби маҡсатта ла ҡулланыла, бөгөн донъяның 30-ҙан ашыу илендә файҙаланыла.
Бынан тыш, Вьетнам менән Рәсәйҙең хәүефһеҙлек һәм заман шарттарында тотороҡло үҫеш мәсьәләһендәге хеҙмәттәшлеге лә ҡаралды.