Осрашыуҙы Рәсәйҙең Именлек Советы секретары Николай Патрушев асты. Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров Владимир Путиндың тәбрикләү һүҙен уҡып ишеттерҙе. Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та форумда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, республика менән ҡыҫҡаса таныштырып үтте. Шулай уҡ Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль секретары Антониу Гутерриштың тәбрикләү һүҙҙәре лә еткерелде.