“Граждандар көсө” партияһынан Башҡортостан Башлығы һайлауына кандидат итеп ҡала проекттарын үҫтереү фонды етәксеһе Владимир Барабаш күрһәтелгән.
Уның үҙенең һүҙҙәренсә, был ҡарар партияның төбәк бүлексәһе конференцияһында бер тауыштан ҡабул ителгән.
Билдәле булыуынса, һайлау бюллетененә инеү өсөн уға урындағы советтар депутаттарынан 454 ҡултамға йыйырға кәрәк.