Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Июнь 2019, 12:49

Лидер булыу еңел түгел…

“Ошо дүрт йүнәлештә ырамлы барһаҡ – отолмабыҙ”

“Ошо дүрт йүнәлештә ырамлы барһаҡ – отолмабыҙ”.


Башҡортостанда быйыл тәү тапҡыр тәүге өс ай йомғаҡтары буйынса муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре рейтингы төҙөлдө. Мониторинг Башҡортостан Хөкүмәте Аппараты тарафынан муниципаль райондар өсөн – 64, ҡала округтары өсөн 57 күрһәткес буйынса үткәрелде. Күреүегеҙсә, бындай хакимиәт эшмәкәрлеген төрлө яҡлап баһалау – етәкселәр өсөн дә көсөргәнешле, яуап­лы һынау. Рейтинг төп дүрт йүнәлеш – “Сифатлы тормош”, “Талантлы балалар”, “Тәьҫирле муниципалитет”, “Үҫеш биләмәһе” йүнәлештәре буйынса төҙөлдө. Ниндәй зонаға индерелеүенә ҡарап, муниципалитеттарҙың эшмәкәрлеген яҡшы күҙ алдына килтерергә, етәкселәр эшен баһаларға, ниндәй йүнәлештәрҙең аҡһауын асыҡ билдәләргә мөмкин. “Йәшел” зона – алдынғылар, лидерҙар, “һары” зона – уртаса күрһәткестәр өҫтөнлөк иткән биләмәләр, “ҡыҙыл” зона – әлегә артта барған райондар өсөн.


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ, Ауырғазы ра­йон хакимиәте башлығы Зөфәр Йәүҙәт улы ИҘРИСОВ менән һүҙ тап ошо маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеү, төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше тураһында барҙы.


– Зөфәр Йәүҙәт улы, үткән йыл һеҙҙең өсөн уңышлы булды. Беле­үебеҙсә, бюджетты тулыландырыу, иҡтисадты һәм социаль өлкәне үҫ­тереүгә инвестициялар йүнәлтеү буйынса ырамлы аҙымдар яһалды. Был, әлбиттә, һеҙгә күберәк торлаҡ төҙөргә, ауыл хакимиәте етештереү­селәренең, биләмәләрҙең матди-техник нигеҙен нығытырға булышлыҡ итте. Районығыҙҙы тәбиғәт көйһөҙ­лөктәре, көтөлмәгән ел-дауылдар бимазалап тороуына ҡарамаҫтан, әле лә һеҙ лидерҙар рәтендә, “йәшел” зонала. Алдынғылыҡты яулау еңел бирелмәгәнен аңлайбыҙ, ә уны һаҡлау, моғайын, икеләтә ауырҙыр…

– Рейтинг тәү сиратта һәр биләмәнең көслө һәм йомшаҡ яҡтарын тойоу, уға ниндәй ярҙам кәрәклеген асыҡлау, дөрөҫ, белеп идара итеү өсөн кәрәк. Мәҫәлән, “Тормош сифаты” үҙенә уңайлы, хә­үефһеҙ мөхит, подъездарҙы, ихаталарҙы төҙөкләндереү, көнкүреш ҡалдыҡтарын йыйыу, янғын хәүеф­һеҙлеге, сәләмәт тормош кеүек көн дә хәл итә торған үтә мөһим мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Торлаҡ төҙөү күрһәткесен кәметмәҫкә, ҡулдан килгәнсә арттырырға ниәтләйбеҙ, социаль объекттарҙы капиталь ремонтлау, үҙгәртеп ҡороу буйынса билдәләнгән проекттарҙы бойомға ашырасаҡбыҙ. Подъездарҙы ремонтлау программаһы оҙайлы, быйыл биш күп ҡатлы йортта был эште башҡарасаҡбыҙ.


“Урындағы башланғыстарға булыш­лыҡ итеү” программаһы халыҡты борсоған байтаҡ ҡына мәсьәләләрҙе хәл итергә мөмкинлек бирә. Әгәр ҙә ошо программаға һаулыҡ һаҡлау объекттары ла индерелһә, уның һөҙөмтәһе тағы ла ҙурыраҡ булыр ине.


Күп яҡлы хеҙмәттәшлектең ­емеш­тәрен халыҡ та яҡшы күрә. Быйылға бөтә ауыл биләмәләре 29 миллион һумдан ашыу суммаға заявка әҙерләп ебәрҙе. Былар – ете мәктәп (шул иҫәптән дүрт балалар баҡсаһы), алты клуб, биш “МТЗ” тракторы, янғын һүндереү машинаһы, һәйкәл ремонтлау һәм зыяратты кәртәләү кеүек эштәр.


Талбазылағы ял паркын төҙөк­лән­дереүгә ете миллион һум йүнәлтеләсәк. Социаль өлкә, һаулыҡ һаҡлау, белем биреү, мәҙәниәт, спорт даирәһе һәр кемдең мәнфәғәттәренә һәм ихтыяжына ҡағылғанлыҡтан, был тармаҡтарҙың эшмәкәрлегенә талаптар ҙа юғары. Былтыр районда дөйөм үлем кимәле бер аҙ кәмене. Медицина ярҙамы сифатын яҡшыртыу, дауалау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу һәм, әлбиттә, кадрҙар менән тәьмин итеүҙе контролдә тотоу буйынса эштәр артабан да дауам ителәсәк.


Планда – үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһын ремонтлау, Ҡорма­найҙа һәм Таштамаҡта ФАП төҙөү. Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн үҙәк дауахана бинаһы эргәһендә транспорт өсөн өҫтәмә урын булдырасаҡбыҙ. Ғафури урамы буйлап өс күп ҡатлы йорт тирәһендәге ихаталарҙы төҙөкләндереү, заманса балалар майҙансығы эшләү ниәте лә бар.


– Ауырғазы – ауыл хужалығы тармағы ныҡ үҫешкән, агросәнәғәт комплексы республикала 12 күрһәткес буйынса беренселекте тотҡан район. Ул иң сифатлы һөт етештергән биш район иҫәбендә, Ауыл хужалығы министрлығы рейтингында дүртенсе урынды биләй. Ҙур хеҙмәт, аҡыл көсө, оҫта етәкселек талап иткән өлкәлә барыһынан да элек ниндәй йүнә­лештәрҙе үҫтереүгә өҫтөнлөк бирә­һегеҙ?

– Әгәр ҙә беҙ дүрт йүнәлештә ырамлы аҙым яһай алһаҡ, бер ҡасан да отол­маясаҡбыҙ, еңеү һәр саҡ беҙҙең яҡта буласаҡ. Малсылыҡты үҫтерһәк, заманса техника менән ҡоралланһаҡ, тупраҡтың уңдырышлылығын һаҡлай һәм тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итә алһаҡ, агросәнәғәт комплексы йәшәйәсәк, район тормошо ҡаҙан кеүек ҡайнап торасаҡ, ҡалған тармаҡтар ҙа тотороҡло эш­ләйәсәк тигән һүҙ.


Был йүнәлештәрҙең һәр береһе уйлап эш итеүҙе, ҙур хеҙмәт һалыуҙы талап итә. Техниканы яңыртыуға тотонолған инвестициялар күләме былтыр 561 миллион һум тәшкил итте (155 процент). Ошо көн ҡаҙағындағы эштәрҙе кадрҙар мәсьәләһен хәл итмәйенсә тормошҡа ашырып булмаясаҡ. Әлегә механиза­торҙар, малсылар, урта звено кадрҙары, баш белгестәр, хужалыҡ етәкселәренә ихтыяж ҙур. Ә йәш белгестәрҙе ергә еректереү өсөн торлаҡ һәм башҡа социаль проблемаларҙы хәл итеү зарур. Беҙ ошо бер сылбырға теҙелгән бурыстарҙы эҙмә-эҙлекле атҡарыу өсөн тырышабыҙ ҙа.


Дауалау учреждениелары урта медицина кадрҙары менән 100 процентҡа тәьмин ителһә лә, ауылдарҙа табиптар етешмәй. Хаҡлы ялға сығыу алдында торған белгестәр ҙә байтаҡ. Көҙгөһөн Башҡортостан медицина университетында уҡыған студенттар менән осрашып, уларҙы тыуған яҡта көтөүҙәре, һәр тарафтан да ярҙам буласағы хаҡында һөйләшеү үткәрҙек. Ғөмүмән, кадрҙар, демография, торлаҡ, сифатлы тормош мәсьәләләре бер-береһе менән бик тығыҙ бәйләнгән. Бына, беҙҙең иҫәп­ләүҙәр буйынса, районда 25 йәштән 40 йәшкә тиклем өс меңгә яҡын йәш кеше буйҙаҡ йәки кейәүгә сыҡмай яңғыҙы донъя көтә. Әгәр ҙә беҙ өйләнешкән парҙар өсөн торлаҡ шарттарын хәл итергә ярҙамлашһаҡ, йәш ғаиләләрҙә сабыйҙар тыуыр, кешеләр бәхет эҙләп әллә ҡайһы тарафтарға юл тотмаҫ ине. Әле халыҡтан 2,5 миллион һумлыҡ йорт комплекстарына 14 ғариза алғанбыҙ (биш йылға ҡуртымға бирелә, аҙаҡ йортто хосусилаштырырға мөмкин). Әммә был проекттан торлаҡҡа мохтаждарҙың барыһы ла файҙалана алмай, сөнки хаҡы ярайһы ҡиммәт. Дәүләттең ҙур ярҙамы кәрәк был тәңгәлдә.


Ауырғазы – күп ауыллы район. 137 ауылдың барыһын да заман талаптарына ярашлы үҫтереп булмауы билдәле, әммә ауыл биләмәләре үҙә­гендә көн­күреш шарттарын яҡшыртыу, социаль объекттар төҙөү, яҡшы юлдар һалыу өсөн тырышасаҡбыҙ. Күптәр йәшәү өсөн Талбазыны һайларға тырыша, әммә уны резина кеүек тартып-һуҙып ҙурайтып булмай. Ауыл биләмәләре үҙәктәрендә лә ошондай уҡ һәйбәт, уңайлы шарттар тыуҙырыу мөһим бөгөн.


– Инде байтаҡ йылдар дауам иткән “Йәнле ауыл” программаһы үҙен аҡланымы?

– Былтыр ул республикалағы иң яҡшы 18 проект иҫәбенә инде. Ошо эште тормошҡа ашырыу барышында егер­менән ашыу шәхси ихата крәҫтиән (фермер) хужалығы сифатында тер­кәлде. Өс мең шәхси хужалыҡҡа төрлө культуралар сәсеү өсөн ер бүлеп бирелде. Өҫтәүенә ғаилә ағзаларын уҡытабыҙ, кәңәштәр бирәбеҙ, йәрмин­кәләргә йөрөтәбеҙ. Әгәр ҙә шәхси хужалыҡ тотоусылар биш һыйырҙан да күберәк мал тотһа, дәрт­ләндереү өсөн һауын аппараты йә мотоблок бүләк итәбеҙ. Беҙҙең өсөн иң мөһиме – уларҙың көс, тәжрибә туплап, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтары булып үҫешеүе.


Бөгөн беҙҙең алда ауыл хужалығы ҡулланыу кооперативтары системаһын үҫтереү бурысы тора. Ул – юғары эш хаҡы түләнгән хеҙмәт урындары бар­лыҡҡа килтереүҙә иң яҡшы ҡорал. Былтыр Ауыл хужалығы министрлығы ойошторған конкурста өс миллион һумлыҡ грант алыу өсөн биш төркөм ҡатнашып, өсөһө еңеп сыҡты. “Йәнле ауыл”, “Төбәк”, “Башмирпродторг” кооперативтары тураһында әйтеүем. Быйыл башҡа ауыл биләмәләре лә, күрше­ләренән күрмәксе, гранттар яулауға, проекттарҙа ҡатнашыуға тартылыр тип уйлайым.


– Һеҙҙең төбәктең талантлы ба­лаларға, йәштәргә бай булыуын республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә лә беләләр хәҙер. “Йәшел” зонаға инеүегеҙҙең бер сәбәпсеһе лә ошо һәләтле быуын булды түгелме?

– Балалар ҡайҙа ла һәләтле инде ул. Беҙҙең маҡсат – таланттарҙы асыҡлау, үҫтереү өсөн мөмкинлек тыуҙырыу. Былтыр республика райондары араһында уҡыусыларҙың Бөтә Рәсәй олимпиа­даһының төбәк этабы еңеүселәре һәм призерҙары һаны буйынса алдынғылар сафында булдыҡ. Район хакимиәте башлығы премияһына 14 уҡыусы һәм уларҙың ун кәңәшсеһе лайыҡ булды. Беренсе каналдағы “Тауыш” конкурсында өсөнсө урынды алған Рушана Вәлиева, “Байыҡ” бейеү бәйгеһендә еңеү яулаған Аделина Йәлилева, Азалия Йомағолова, “Өфө тулҡыны” музыкаль конкурсы еңеүсеһе Сабина Зиннурова һәм башҡа “йондоҙ”ҙарыбыҙға ҡарап һоҡланабыҙ. Һәләтле балалар менән иңгә-иң терәп эшләгән уҡытыусы һәм тәрбиәселәргә рәхмәттән башҡа һүҙ юҡ. Ошо ҡеүәтте юғалтмау, бер нисә йылдан һөнәри кадрҙарға ҡытлыҡ кисермәү, тармаҡҡа яңы тулҡын эркелеп килһен өсөн хәҙерҙән эш башлау хәйерле.


Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы
Читайте нас