Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Июнь 2019, 12:51

Берҙәмлектә – көсөбөҙ

Кисә Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен көйләгән яуаплы вәкилдәрҙең Х халыҡ-ара осрашыуы башланды.

Кисә Өфөлә хәүефһеҙлек мәсьәләләрен көйләгән яуаплы вәкилдәрҙең Х халыҡ-ара осрашыуы башланды.


Именлек советы секретарҙарының, милли хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса вице-премьерҙарҙың, президент кәңәшселәренең һәм премьер-министрҙарҙың форумына йөҙгә яҡын дәүләттең делегацияһы килде. Унда глобаль һәм төбәк хәүефһеҙлеге мәсьәләләре тикшерелә.


Әйткәндәй, мәртәбәле сарала Рә­сәйҙең Именлек советы секретары Николай Патрушев менән Тышҡы разведка хеҙмәте директоры Сергей Нарышкин да ҡат­на­ша. “Өфө” аэропортында уларҙы тө­бәк Башлығы вазифаһын ваҡыт­лыса башҡарыусы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президен­тының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡаршыланы.


Төп сараны Рәсәйҙең Именлек советы секретары Николай Патрушев асты.


– Бынан ун йыл элек Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек хеҙмәте сит ил парт­нерҙары ярҙамында ошондай тәүге осрашыуҙы ойошторғайны.

Артабан, унда ҡатнашыусыларҙың теләге буйынса, бындай саралар йыл һайын үткәрелә башланы. Бөгөн беҙҙең уртаҡ проект уңышлы һәм етеҙ үҫешә, – тип белдерҙе ул һәм Владимир Путиндың тәбрикләү һүҙен уҡып ишеттерҙе.


Шулай уҡ ул халыҡ-ара осра­шыу­ҙың ҙур абруйға эйә булыуын, бөгөнгө сараның Европа, Америка, Африка, Фарсы ҡултығы, Яҡын Көн­сығыш, Азияның Көньяҡ-Көн­сығыш, Төньяҡ-Көнсығыш һәм Ер шарының башҡа төбәктәренән 119 илде берләштереүе хаҡында ла һөйләне.


Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров сығыш яһаны. Баш­ҡортостан Республи­каһы Башлығы вази­фаһын ва­ҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров, форумда ҡатнашыу­сыларҙы сәләмләп, республика менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Шулай уҡ Берләшкән Милләт­тәр Ойошмаһының Генераль секретары Антониу Гутерриш­тың тәбрикләү һүҙҙәре лә еткерелде.


Ошо уҡ көндө пленар ултырыш уҙҙы. Унда заман шарттарында дәүләттәрҙең милли хәүефһеҙлеген һәм тотороҡло социаль-иҡтисади үҫешен тәь­мин итеү мәсьәләләре буйынса Тышҡы разведка хеҙмәте директоры Сергей Нарышкин сығыш яһаны.

Бөгөн ғәҙәттән тыш гуманитар сара күреү өлкәһендә ха­лыҡ-ара хеҙмәттәшлек мәсьәлә­ләрен һәм стратегик тотороҡ­лолоҡто һаҡлап ҡалыу мәнфә­ғәтендә уны үҫтереү мөмкин­лектәре ҡарала.


Конференцияның һуңғы кө­нөндә “түңәрәк өҫтәл”дәр форматында һөйләшеүҙәр үткәре­лә­сәк. Уларҙың береһе террор­сылыҡ идео­ло­гияһын таратыуға ҡаршы көрәш һәм халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләш­тереүгә арналды.


Форум сиктәрендә төрлө эшлекле осрашыуҙар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, кисә республика етәк­сеһе Радий Хәбиров Вьетнам Социалистик Республикаһының йәмәғәт хәүефһеҙлеге министры То Лам менән осрашты. Сара барышында нефть һәм газ сәнәғәте, машиналар эшләү, ауыл хужалығы кеүек төрлө тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек йүнәлештәре ҡаралды. Шул иҫәптән Кү­мертау авиация етештереү предприя­тиеһының “Ка” маркалы вертолеттарының хәрби тәғәйенләнеше тураһын­да ла һүҙ барҙы. Әле был техника донъяның 30-ҙан ашыу илендә файҙаланыла. Бынан тыш, Рәсәй һәм Вьетнамдың хәүефһеҙлек һәм заман шарттарында тотороҡло үҫеше өлкәһендә хеҙмәттәшлегенең көнүҙәк мәсьәләләре ҡаралды.


Игорь КОМАРОВ,

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле:

– Бөгөн илдең һәм Волга буйы федераль округының иҡтисади яҡтан үҫешкән төбәк­тәренең береһе – Башҡортостан хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ҡаршылай. Волга буйы федераль округындағы һөйләшеүҙәр майҙаны заман саҡырыуына ярашлы үткәрелә һәм донъяуи именлек өлкәһендәге хәүефтәргә ҡаршы тороуға булышлыҡ итә, һөҙөмтәле ҡарарҙар ҡабул ителә.


Радий ХӘБИРОВ,

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы:

– Башҡортостан – халыҡтар дуҫлығы, ошонда төпләнгән төрлө милләт вәкилдәренең теленә һәм мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡараш, хөрмәт, милләт-ара һәм конфессия-ара тыныслыҡ үҙәге. Беҙ, һис шикһеҙ, терроризмға, ойошҡан енәйәтселеккә, наркотиктар таратыуға, законһыҙ миграцияға ҡаршы көрәштә һәм мәғлүмәт хәүефһеҙлеген тәьмин итеүҙә донъялағы иң яҡшы тәжрибәне файҙаланыуҙа ҡыҙыҡһыныу белдерәбеҙ.
Читайте нас: