Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
19 Июнь 2019, 13:35

Лидер булғың киләме?

Республика етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә "Башҡортостан лидерҙары" конкурсына старт бирелеүе тураһында хәбәр итте. Махсус белемле хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайҙан табырға һәм квалификацияһы булмағандарҙан нисек ҡотолорға? Был проблемаларҙы хәл итеү өсөн республика проектына кандидаттар һайлау башланды.

"Башҡортостан лидерҙары" конкурсы талантлы һәм инициативалы йәштәргә этәргес булмаҡсы. Финал һөҙөмтәләре буйынса иң яҡшы 100 белгес Башҡортостан юлдаш телеканалының тура эфирында һайлап алынасаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт leaders.bashkortostan.ru сайтында.