Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июнь 2019, 16:18

“2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы 107-се Башҡортостан Республикаһы Законы хаҡында мәғлүмәт

5 июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул итте.

Фото: gtrk.ru
Фото: gtrk.ru
5 июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай “2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты үтәлеше тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законын ҡабул итте.


2018 йылда республика бюджеты килемдәре 202,7 миллиард һум тәшкил иткән, 2017 йылғы кимәлгә ҡарата 21 процентҡа үҫеш күҙәтелә. Шуның 162,3 миллиард һумы һалым һәм һалым булмаған килемдәргә ҡарай. 2017 йыл менән сағыштырғанда керемдәр 30,5 миллиард һумға артҡан. Килемдәрҙең үҫеше бер тапҡыр күсерелгән 17,8 миллиард һумлыҡ түләүҙәргә, һалым базаһын арттырыу йәһәтенән күрелгән сараларға, шулай уҡ килемдәрҙе администрациялауҙы көсәйтеүгә бәйле.


Республика бюджетының һалым һәм һалым булмаған килемдәре структураһында иң ҙур удель ауырлыҡты ойошмалар табышына һалым (43,5 %), физик берәмектәрҙең килеменә һалым (23 %), акциздар (11,7 %), мөлкәткә һалым (10,4 %), дәүләт милкендәге мөлкәтте файҙаланыуҙан алынған килем (6,5 %) биләй.


Кире ҡайтарылмай торған кемедәр 10,4 миллиард һум тәшкил иткән. Был 2017 йылғы кимәлдән 13,2 процентҡа юғарыраҡ. Федераль ҡаҙнанан 10,1 миллиард һум бүленгән, 2017 йыл менән сағыштырғанда 5,2 миллиард һумға йәки 14,8 процентҡа күберәк.


2018 йылға Башҡортостан Республикаһы бюджеты сығымдары 180,0 миллиард һум күләмендә үтәлгән, йәғни 2017 йыл менән сағыштырғанда 24,1 миллиард һумға йәки 15,4 процентҡа күберәк.


Республика бюджеты үткән йылдарҙағы кеүек үк социаль йүнәлешлелеген һаҡлап ҡалды. Социаль өлкәгә сығымдар 127,1 миллиард һум (70,6 %) тәшкил иткән, шул иҫәптән социаль сәйәсәткә 46,5 миллиард һум (25,9 %), мәғарифҡа – 45,2 миллиард һум (25,1 %), һаулыҡ һаҡлауға – 19 миллиард һум (10,5 %), торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа – 6,8 миллиард һум (3,8 %), мәҙәниәткә, кинематографияға – 5,6 миллиард һум (3,1 %), физик культураға, спортҡа һәм киң мәғлүмәт сараларына – 3,7 миллиард һум (2,1 %), тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға – 0,3 миллиард һум (0,1 %) йүнәлтелгән. Иҡтисадтың реаль секторын үҫтереүгә сығым 29,4 миллиард һум (16,3 %), муниципаль берәмектәр бюджеттарына дөйөм характерҙағы бюджет-ара трансферттарға – 13,1 миллиард һум (7,3 %), милли оборонаға, милли именлеккә һәм хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлегенә – 1,0 миллиард һум (0,6 %), башҡа сығымдар 9,4 миллиард һум (5,2 %) тәшкил иткән.


Социаль өлкәне үҫтереү, иҡтисад тармаҡтарына булышлыҡ итеү, инфраструктура проекттары өлкәһендәге бурыстарҙың төп өлөшө бюджет программаһын тормошҡа ашырыу барышында үтәлде. Башҡортостан Республикаһының 29 дәүләт программаһы нигеҙендә бюджет сығымының 97,3 проценты (175,2 миллиард һум) финансланды.
Читайте нас: