Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июнь 2019, 19:02

Башҡортостан тәжрибәһен – Рәсәйгә

Бөгөн республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары Максим Егоров менән осрашты. Өфөлә ул Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле ҡарамағындағы Совет ултырышында ҡатнаша.

Осрашыу барышында уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, торлаҡ-коммуналь инфраструктураны модернизациялау проблемалары тикшереледе. Министр урынбаҫары билдәләүенсә, һуңғы осорҙа Башҡортостан милли проекттар сиктәрендә ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә етди алға китеш күрһәтә.

– Быйыл республиканың өс тораҡ пункты бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу бәйгеләренең еңеүсеһе булды. Уларҙың проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн федераль ҡаҙнанан 245 миллион һум аҡса күсереләсәк. Бөгөн иһә мин еңеүсе ҡалаларҙың береһе Ишембайҙа булдым һәм үҙәк майҙанды реконструкциялауҙың проектын күреп, ҙур тәьҫорат алдым. Был эштә ҡала халҡының да ҡатнашыуы икеләтә шатлыҡлы, – тине Максим Егоров.

Әйткәндәй, ҡала мөхитен үҫтереүгә комплекслы саралар күргән төбәктәргә милли проекттар сиктәрендә федераль саралар күсергәндә юғарыраҡ коэффициент ҡулланыу ихтималлығы ла ҡараласаҡ. Радий Хәбиров комплекслы эшмәкәрлек – һөҙөмтәлелектең төп факторҙарының береһе икәнлекте һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйтеүенсә, парк биләмәләрен, подъездарҙы ремонтлауға, йәмәғәт урындарын киңәйтеүгә финанслау артҡан.

– Был йәһәттән беҙ ыңғай тәжрибә менән уртаҡлашырға әҙер, – тине Радий Хабиров.

Фото glavarb.ru
Читайте нас: