Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июнь 2019, 13:50

“Мобиль һайлаусы” һынатмаҫ

“Эш буйынса командировкаларға йыш йөрөргә тура килә. 8 сентябрҙә лә сираттағы сәфәрҙә булырмын, моғайын. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығын һайлауҙа ҡатна­шып, үҙемдең кандидатым өсөн тауышымды биргем килә. Быны нисек эшләргә икән?Л. ХАФИЗОВ.

БР Үҙәк һайлау комиссияһы яуап бирә


“Эш буйынса командировкаларға йыш йөрөргә тура килә. 8 сентябрҙә лә сираттағы сәфәрҙә булырмын, моғайын. Шул уҡ ваҡытта республика Башлығын һайлауҙа ҡатна­шып, үҙемдең кандидатым өсөн тауышымды биргем килә. Быны нисек эшләргә икән?

Л. ХАФИЗОВ.

Баймаҡ районы”.


Башҡортостан Үҙәк һайлау комис­сия­һы секретары Марина ДОЛМАТОВА:


– Берҙәм тауыш биреү көнөндә йәшә­гән, теркәлгән еренән ситтә, республи­каның башҡа районында йәки ҡалаһын­да булған граждандар “Мобиль һайлау­сы” системаһынан файҙалана ала. Ул 2018 йылдың мартында Рәсәй Президентын һайлауҙан алып әлегәсә ғәмәл­дә, былтыр Башҡортостан парламентына һайлау кампанияһы осоронда ла эшләне. Әйткәндәй, тауыш биреү өсөн үҙеңә ҡулай алымды һайларға мөмкин.


Тауыш биреү көнөндә теркәлгән еренән ситтә булған кешеләр 24 июлдән 4 сентябргә тиклем үҙҙәре барған ерҙәге территориаль һайлау комиссияһына, күп функциялы үҙәккә йәки Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы аша ситтән тороп ошо биләмәләге һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап ғариза яҙа ала.

28 августан 4 сентябргә тиклем участка һайлау комиссияһына ла ошондай уҡ ғариза бирергә мөмкин.


Теге йәки был сәбәп менән тәҡдим ителгән алымдарҙан файҙалана алмаған­дарға 5 сентябрҙән, әммә 7 сентябрҙә урындағы ваҡыт буйынса 14 сәғәттән дә һуңға ҡалмайынса, йәшәгән урыны буйынса участка һайлау комиссияһында, үҙҙәре барған ерҙәге һайлаусылар исемлегенә индереүҙе һорап, махсус ғариза тултырырға була.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, “Мобиль һайлау­сы” системаһы әлегә республика билә­мәһендә һәм Мәскәү ҡалаһында ғына эш итә. Тимәк, башҡа төбәктәргә юллан­ғандар 8 сентябрҙә тауыш бирә алмая­саҡ. Илебеҙҙең баш ҡалаһында һанлы 30 һайлау участкаһының бе­реһенә барып, һайлауҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бар. Бының өсөн үҙегеҙҙең участкалағы иҫәптән төшөргә, Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы ярҙамында Мәскәүҙәге тейешле участкала теркә­лергә кәрәк. Әлегә эксперимент рәүешен­дә ғәмәлгә индерел­гән һанлы һайлау участкалары тәжрибәһе һөҙөмтәлелеген күрһәтһә, киләсәктә уны бөтә ил буйынса таратыу күҙаллана.


Читайте нас: