– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп булһағыҙ ҙа, исем өсөн генә йөрөйһөгөҙ, һәр бүлексәлә бер нисәшәр кеше, улары ла сәйәсәт менән шөғөлләнергә уйламай ...
Был һүҙҙәрҙе республика парламенты рәйесе Константин Толкачев Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа сәйәси партияларҙың республика бүлексәләре етәкселәре менән осрашыуҙа әйтте. Уның раҫлауынса, Рәсәйҙә 61 партия теркәлгән икән, шуларҙың 47-һенең беҙҙең республикала ла бүлексәһе бар. “Беҙ уларҙы Башҡортостандың сәйәси һәм ижтимағи тормошона йәлеп итеү маҡсатын ҡуябыҙ”, – тине Константин Борисович.
Фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың сайтынан.