Рәсәй Президенты ил мәктәптәренең сығарылыш уҡыусыларына мөрәжәғәт итте.
“Ҡәҙерле дуҫтар! Хөрмәтле сығарылыш уҡыусылары! Һеҙҙе мәктәпте тамамлауығыҙ, үҙаллы оло тормош юлына аяҡ баҫыуығыҙ менән ихлас ҡотлайым, – тиелә мөрәжәғәттә. – Был көндәрҙә меңдәрсә егет һәм ҡыҙ өлгөргәнлек аттестаттары ала. Мәктәп һеҙҙең өсөн икенсе тыуған йортоғоҙ булды, һәм был тәү сиратта педагогтарҙың – һеҙҙең талапсан, етди, изге күңелле остаздарығыҙҙың хеҙмәте. Улар һеҙҙе ихлас хәстәрләне, алдығыҙҙа бай белем донъяһын асты, һәр берегеҙгә үҙ талантығыҙҙы тойорға, лайыҡлы, тәртипле булырға, дуҫлыҡты баһаларға, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтте. Һәм күпме генә ваҡыт уҙмаһын, педагогтар һеҙҙе онотмаясаҡ, күрешеүгә гелән шат буласаҡ. Үҙегеҙ ҙә уҡытыусыларығыҙҙы хәстәрләгеҙ, уларға ярҙам итеп тороғоҙ.
Ҡәҙерле сығарылыш уҡыусылары, һеҙҙең алда бик күп эш тора. Иң мөһиме – дөрөҫ һөнәр һайлау, үҙегеҙ теләгән уҡыу йортона инеү, яҡшы белгестәр булып сығыу. Хеҙмәтегеҙҙең зауығығыҙға тура килеүе, күңелегеҙгә ятыуы мөһим.
Бөйөк Тыуған илегеҙ менән ғорурланығыҙ, һәм ул мотлаҡ һеҙҙең ҡаҙаныштарығыҙ, белемегеҙ, ҡыйыу асыштарығыҙ, йәшлек дәртегеҙ менән ғорурланасаҡ. Рәсәйҙе яңы еңеү үрҙәренә күтәрәсәгегеҙгә ышанам.
Тәүәккәл булығыҙ, үҙ көсөгөҙгә ышанығыҙ! Юлығыҙҙа һәр ваҡыт уңыштар юлдаш булһын, һеҙҙең ныҡышмаллыҡ, эшһөйәрлегегеҙ иң яҡты хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырырға, Ватан мәнфәғәтендә намыҫлы хеҙмәт итергә ярҙам итер".