Быға тиклем Украинаның сит ил эштәре министры Павел Климкин Зеленскийҙың “Ҙур егерме” саммитына барырға йыйыныуы, унда бер нисә осрашыу үткәрергә, шул иҫәптән Владимир Путин менән һөйләшергә теләүе хаҡында белдергәйне.
Билдәле булыуынса, “Ҙур егерме”лә иҡтисади яҡтан ҙур ҡеүәткә эйә ике тиҫтә ил ҡатнаша: Австралия, Аргентина, Бразилия, Бөйөк Британия, Германия, Һиндостан, Индонезия, Италия, Канада, ҡытай, Мексика, Рәсәй, Сәғүд Ғәрәбстаны, АҠШ, Төркиә, Төркиә, Франция, Көньяҡ Корея, Көньяҡ-Африка Республикаһы, Япония һәм Европа союзы. Һуңғыһы Европа комиссияһы һәм Европа советы рәйестәре тарафынан тәҡдим ителгән.