Рәсәй Президенты юғары хәрби уҡыу йорттарын тамамлаған йәштәр менән осрашып, уларҙы ҡотланы.
“Үткән этаптың ни тиклем мөһим икәнен аңлауығыҙға, алған белемегеҙҙе хеҙмәттә тулы кимәлдә файҙалана алырығыҙға, үҙ өҫтөгөҙҙә мотлаҡ эшләрегеҙгә, һөнәри кимәлегеҙҙе күтәререгеҙгә ышанам”, – тине Рәсәй лидеры.
Дәүләт башлығы йәштәрҙең дәүләт мәнфәғәттәре һағында ныҡлы торасағын, ил граждандарының хоҡуҡтарын, иркен намыҫлы һаҡлаясағын, Рәсәй Конституцияһына, законға таянасағын билдәләне. Бынан тыш, Владимир Путин хәрбиҙәргә, хоҡуҡ һаҡсыларына ҡаралған социаль гарантияларҙың артабан да камиллашасағын әйтте.
“Ватаныбыҙҙың данлы хәрби традицияларын лайыҡлы дауам итерһегеҙ тигән ышаныстамын”, – тине ил етәксеһе.