Японияның Осака ҡалаһында үткән “Ҙур егерме” саммиты барышында Рәсәй һәм АҠШ президенттары ике яҡлы осрашыу үткәрҙе.
Хәбәр ителеүенсә, Владимир Путин менән Дональд Трамп Ирандағы, Сүриәләге, Венесуэлалағы, Украиналағы хәлдәр хаҡында фекер алышҡан. Ике дәүләт башлығы ла үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыу кәрәклеген белдергән. “Был бөтөн донъя именлеге өсөн мөһим”, – тигән улар.
Үҙәк сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, етәкселәр шулай уҡ Ҡытай индерергә теләгән XXI быуат ҡоралдары өҫтөнән контроль моделе буйынса фекер алышыуҙы дауам итергә килешкән.
Президенттың ярҙамсыһы Юрий Ушаков белдереүенсә, Владимир Путин Дональд Трампты 2020 йылда Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына саҡырған.