Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
29 Июнь 2019, 02:09

Владимир Путин халыҡ-ара сауҙа хаҡында

“Ҙур егерме” саммиты алдынан Осакала БРИКС илдәре етәкселәре осрашҡан.

Фото: vk.com/vladimir_vladimirovichp
Фото: vk.com/vladimir_vladimirovichp
“Ҙур егерме” саммиты алдынан Осакала БРИКС илдәре етәкселәре осрашҡан.


Владимир Путин глобаль иҡтисадтағы хәлдең хәүеф тыуҙырыуын билдәләгән: донъяла протекционизм һәм сәйәси ҡаршылыҡтар арта.


“Халыҡ-ара сауҙа иҡтисади үҫештең локомотивы булыуҙан туҡтай бара, төрлө ҡаршылыҡтарға, кәртәләргә осрай”, – тигән дәүләт башлығы.


Владимир Путин һүҙҙәренсә, эшлеклелек әүҙемлеге һүлпән, донъяуи бурыс арта, финанс, валюта һәм сеймал баҙарҙары йыш үҙгәреп тора. Рәсәй лидеры ошо мәсьәләләр буйынса берҙәм ҡарарҙар эҙләү кәрәклеген белдергән.


БРИКС илдәренә милли валюталарҙа иҫәпте әүҙемерәк ҡулланыу кәрәк, тип һанай Владимир Путин. Милли банктар араһында мәғлүмәт менән алмашыу өсөн бойондороҡһоҙ канал булдырыу был системаның тотороҡлолоғон нығытыуға булышлыҡ ҡылыр ине тигән фекерҙә ул.

Читайте нас: