Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Июль 2019, 19:06

Радий Хәбиров беренсе булып тапшырҙы

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһына 11 кандидат дәғүә итә.

Фото Үҙәк Һайлау комиссияһы сайтынан.
Билдәле булыуынса, Башҡортостан Башлығы вазифаһына 11 кандидат дәғүә итә.
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһына әлегә тиклем ни бары бер кандидат – Радий Хәбиров ҡына талап ителгән документтар пакетын тапшырған.
Радий Фәрит улы муниципаль берәмектәрҙәге вәкиллекле орган депутаттарының 476 ҡултамғаһын, беренсе финанс отчеты, сит ил банктарында иҫәбе булмауы, аҡса һәм ҡиммәтле әйберҙәр һаҡламауы, сит ил финанс инструменттары менән эш итмәүе һәм ҡулланмауы тураһында мәғлүмәттәр тапшырҙы. Бы турала Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында хәбәр ителде.