Рәсәй етәксеһе Липецк өлкәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Артомонов менән эш осрашыуы үткәрҙе.
Һөйләшеүҙә төбәктең социаль-иҡтисади хәле тураһында һүҙ барҙы.
Дәүләт башлығы бында туғыҙ ай элек булып киткән. Шунда ҡуйылған мәсьәләләрҙең байтағы үтәлгән. Мәҫәлән, Игорь Артомонов әйтеүенсә, урында етәкселек командаһын йәшәртеүгә өлгәшелгән, араға бизнестан килгәндәр ҙә байтаҡ. Бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡы ун процентҡа арттырылған, халыҡ менән аралашыуҙың заманса яңы системаһы төҙөлгән, алданған өлөшсөләр буйынса мәсьәлә ныҡлы контролгә алынған, уңайлы мөхит булдырыуға ҙур иғтибар бүленә һ.б.
Владимир Путинды айырыуса социаль өлкә ҡыҙыҡһындырҙы.
“Райондарҙа социаль объекттар төҙөүгә иғтибарҙы арттырыу мөһим. Йәш быуынды спортҡа йәлеп итеү маҡсаты тәү сиратта торорға тейеш”, – тине дәүләт башлығы.