Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
3 Июль 2019, 00:36

Владимир Путин Виктор Зубков менән осрашты

Ил башлығы Владимир Путин “Газпром” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Виктор Зубков менән осрашты.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Ил башлығы Владимир Путин “Газпром” йәмғиәтенең директорҙар советы рәйесе Виктор Зубков менән осрашты.


Улар газ-мотор яғыулығы баҙары үҫеше мөмкинлектәре хаҡында фекер алышынды.


“Беҙҙә бөгөн тәбиғи газ менән эшләү мөмкинлегенә эйә йөк автотранспортының 127 моделе бар. Улар – юл-коммуналь, йыйыу, сүп-сар ташыу техникалары, шулай уҡ автобустар, микроавтобустар, йәнә еңел автомобилдәр: “Лада Веста”, “Лада Ларгус”, “УАЗ Патриот”, “УАЗ Пикап” һ.б. Был йәһәттән эште артабан да дауам итәсәкбеҙ”, – тине Виктор Зубков.


Владимир Путин был тармаҡта алдынғы тәжрибә өлгөләренә таяныу мөһимлеген билдәләне.


Газ-мотор яғыулығы баҙарын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы эшләй. Газ менән заправкалау селтәрен төҙөү өсөн дәүләт тарафынан быйыл 3,3 миллиард һум бүленә.

Читайте нас: