Рәсәй Президенты Владимир Путин күп балалы ғаиләләрҙең ипотека кредиттарын өлөшләтә компенсациялау тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Уның суммаһы – 450 мең һум.
19 июндә Дәүләт Думаһында ҡабул ителеп, 26 июндә Федерация Советында раҫланған был закон хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми сайтында донъя күрҙе.
Дәүләт ярҙамы 2019 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 31 декабренә тиклем өсөнсө һәм унан һуңғы балаһы тыуған ғаиләләр өсөн ҡаралған. Шуныһы ҡыуаныслы, был суммаға һалым һалынмаясаҡ.
Түләүҙе алыр өсөн ғаилә ипотека алған банкына ғариза, стандарт документтар йыйылмаһы һәм бала тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ тапшырырға тейеш. Быйыл ипотеканы өлөшләтә ҡаплау өсөн түләүҙәрҙе 30 мең самаһы Рәсәй ғаиләһе ала аласаҡ.