Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
8 Июль 2019, 23:56

Владимир Путин Греция менән дуҫлыҡты баһаланы

Илебеҙ етәксеһе Кириакос Мицотакусты Греция Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүе уңайынан тәбрикләне.

Фото: yandex.ru
Фото: yandex.ru
Илебеҙ етәксеһе Кириакос Мицотакусты Греция Премьер-министры вазифаһына тәғәйенләнеүе уңайынан тәбрикләне.


Ҡотлау телеграммаһында Рәсәй дәүләте башлығы Греция менән ике аралағы мөнәсәбәтте юғары баһаланы. Был бәйләнеш күп йыллыҡ дуҫлыҡҡа, мәҙәни һәм рухи яҡынлыҡҡа нигеҙләнгән.


Владимир Путин Кириакос Мицотакус етәкселегендәге хөкүмәттең ике яҡлы диалогты үҫтереүгә, халыҡтар мәнфәғәтендә төрлө өлкәләрҙә хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә, тотороҡлолоҡҡа, хәүефһеҙлеккә ынтылыштың иғтибар үҙәгенән төшмәҫенә ышаныс белдерҙе.
Читайте нас: