Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Июль 2019, 21:20

Владимир Путин: "Беҙгә мотлаҡ бергә эшләргә кәрәк"

Рәсәй Президенты Етештереү һәм индустриялаштырыу буйынса II глобаль саммитта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Рәсәй Президенты Етештереү һәм индустриялаштырыу буйынса II глобаль саммитта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһаны.


Был сара – Берләшкән Ғәрәп Эмираттарының Энергетика һәм сәнәғәт министрлығы менән Сәнәғәт үҫеше буйынса БМО-ның берҙәм башланғысы. Саммитты ойоштороуҙа Рәсәйҙең Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы, Рәсәй конгресы фонды ла даими ярҙам күрһәтә.


Сара инде икенсе тапҡыр власть, бизнес, фән, коммерцияға ҡарамаған ойошмалар вәкилдәрен йыя. Ул әле үк яңы технология дәүере талаптары хаҡында тәрән фекер алышыу йәһәтенән халыҡ-ара майҙансыҡҡа әүерелде.


“Беҙ бөгөнгө тормошта осраған проблемаларға системалы яуап табырға тейешбеҙ. Был – тотороҡло үҫеш гарантияһы. Технологик үҙгәрештәр мәлендә төп иғтибарҙы кешеләрҙең мөмкинлектәрен асыуға йүнәлтеү мөһим. Әлеге сара – ошо маҡсатты тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө. Технологик үҫеште тәьмин итеү йәһәтенән беҙгә мотлаҡ бергә эшләргә кәрәк”, – тине дәүләт башлығы.

Читайте нас: