– Грузия менән ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап алып ҡалыу хаҡына һәм, ғөмүмән, грузин халҡына хөрмәт йөҙөнән был илгә ҡарата санкциялар индерергә кәрәкмәй.
Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин, Етештереү һәм индустриалләштереү буйынса глобаль саммиттың икенсе пленар сессияһында сығыш яһап, ошондай фекер белдерҙе.
Шулай уҡ Рәсәй лидеры иҫәпләүенсә, тарихты белмәгән кешеләр Грузияла беҙҙең илгә ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр тыуҙыра һәм үҙ ҡылыҡтары менән Грузияға зыян килтерә.