Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев республика парламентының яҙғы сессия осорондағы эшмәкәрлегенә арналған матбуғат конференцияһында ҡатнашты.
Парламент Рәйесе ошо осорҙа депутаттар тарафынан ҡабул ителгән айырыуса әһәмиәтле закон проекттары, парламент тыңлауҙары һәм “түңәрәк өҫтәл”дәр, Дәүләт Думаһына индерелгән федераль закон проекттары тураһында һөйләне.
Дөйөм алғанда, йыл башынан беҙҙең депутаттар 90-дан ашыу закон ҡабул иткән, дүрт йыл эсендә 11 закон проекты федераль статус алған. Ошо күрһәткестәр буйынса ғына ла Башҡортостан илдең башҡа субъекттары араһында лидерҙар рәтендә.
Журналистар менән әңгәмә барышында Константин Толкачев парламент-ара хеҙмәттәшлек темаһына ла иғтибар йүнәлтте - парламент Рәйесе Рәсәй делегацияһы составында Европа Советының урындағы һәм төбәк властары конгресының Төбәктәр палатаһында эшен дауам итте. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы ҡарамағындағы Закон сығарыусылар советы эшмәкәрлеге сиктәрендә лә ҙур эштәр башҡарылды.
Айырыуса әһәмиәтле закондарға килгәндә, Константин Толкачев уларҙың бер нисәүһенә айырым туҡталды. Мәҫәлән, “Башҡортостан Республикаһында этил спирты, алкоголле һәм спиртлы продукция етештереү, уларҙың әйләнеше өлкәһендәге эшмәкәрлекте көйләү тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индерелде. Һөҙөмтәлә бынан ары, Белем көнөндә, Йәштәр көнөндә, һабантуйҙарҙа спиртлы эсемлектәр һатыу тыйылды. Шулай уҡ алкоголде һатыу ваҡыты ла сикләнде – сәғәт иртәнге 10-дан киске 10-ға тиклем генә рөхсәт. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары газондарға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарына машина ҡуйған өсөн штраф һалыу йәһәтенән “Башҡортостан Республикаһының Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында” закон ҡабул итте. Балалар баҡсалары өсөн түләүгә компенсация мәсьәләһе лә закон менән нығытылды.
Матбуғат конференцияһы барышында Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе журналистарҙың барлыҡ һорауҙарына ла ентекле яуаптар бирҙе. Һорауҙар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһен көйләүсе ҡануниәттең үтәлешенә лә, Константин Толкачевтың Европа Советының урындағы һәм төбәк властары конгресының Төбәктәр палатаһындағы эшмәкәрлегенә лә һәм башҡа мәсьәләләргә лә ҡағылды.