Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Июль 2019, 12:03

Һәр ғәмәл ҡанунға ярашлы булһын

Быйыл төбәк халҡын оло ваҡиға көтә – 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Был сәйәси сараға әҙерлек тәртибе менән яҡындан таныштырыуын һорап, республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат ҒӘҘЕЛОВҡа мөрәжәғәт иттек.

Фото: echomskufa.ru
Фото: echomskufa.ru
Быйыл төбәк халҡын оло ваҡиға көтә – 8 сентябрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығын һайлаясаҡбыҙ. Был сәйәси сараға әҙерлек тәртибе менән яҡындан таныштырыуын һорап, республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Марат ҒӘҘЕЛОВҡа мөрәжәғәт иттек.


– Марат Венер улы, беле­үебеҙсә, һайлауҙың үҙ тәртибе һәм закондары бар. Һәр кандидат ошо сиктәрҙән сығырға тейеш түгел. Кандидаттар теркәлеп, ҡулдарына танытма алғас, агитация эшен нисек ойошторорға тейеш?
– Башҡортостан Республи­каһы Башлығы вазифаһына кандидаттың агитация осоро уның үҙ кандидатураһын тәҡдим итеп, һайлау комиссияһына ғариза биргән көндән башлана. Киң мәғлүмәт сараларында иһә ул һай­лау көнөнә тиклем 28 көн ҡалғас, әлеге һайлау кампанияһы осрағында 10 августан старт ала һәм 7 сентябрҙә 00.00 сәғәттә туҡтатыла.
Кандидат был эшмәкәрле­ге­нең йөкмәт­кеһен, формаһын һәм алымдарын үҙаллы билдәләй, ойоштора, шулай уҡ законда күр­һә­телгәнсә башҡаларҙы ла йәлеп итә ала.
– Кандидаттың һайлау алды агита­ция­һы сығымдарының күләме билдәлеме?
– Һайлау алды агитацияһын уҙғарыу сығымдары тик тейешле һайлау фонды иҫәбенә генә ғәмәл­гә ашырыла. Башҡорт­остан Республикаһының Һайлау­ҙар тура­һындағы кодексының 95.5-се статьяһының 2-се өлө­шөнә ярашлы, республика Баш­лығын һайлауҙағы һайлау фон­ды 200 миллион һумдан арт­маҫҡа тейеш. Шул уҡ кодекстың 95.5-се статьяһының 1-се өлөшө­нөң 2-се пунктына ярашлы, кандидатты күрһәткән партия һайлау фонды аша уның һайлау кам­панияһын финанслай, шул иҫәп­тән һайлау алды агитацияһын үткәреү хоҡу­ғына ла эйә. Был фонд канди­даттың үҙе, шулай уҡ ябай граждандар һәм ойошмалар бүлгән иғәнәләр иҫәбенә тулыландырылыуы ихтимал.
– Кандидат агитация ваҡы­тында ниндәй сиктән сыҡ­маҫҡа тейеш?
– Нәшер ителгән агитация материалдарын һәм уларҙың махсус ҡорамал уҡырлыҡ электрон төрөн тарата башлар алдынан, уларҙы Башҡортостан Үҙәк комиссия­һына күрһәтеү мотлаҡ. Комиссия уларҙың ҡануниәт нормаларына яуап биреүен тикшерә. Атап әйткәндә, агитация материалдарында экстремистик эш­мәкәр­леккә саҡырыу, уны дә­лилләү йәки аҡлау булырға тейеш түгел. Шулай уҡ уларҙы нәшер итеүгә ҡағылышлы мәғ­лүмәттәр, Рәсәй Федерация­һы­ның интеллектуаль милек ту­раһындағы ҡануниәтен боҙоуға юл ҡуйылмауы, агитация материалын әҙерләүгә һайлау фонды аҡсаһынан түләү һәм башҡа параметрҙар тикшерелә.
– Әгәр был йүнәлештә закон боҙоуға юл ҡуйылһа?
– Һайлау тураһындағы законды боҙоп нәшер ителгән агитация материалдарын таратҡан осраҡ­та, комиссия тәртип һаҡлау органдарына законға ҡаршы эшмә­кәрлекте туҡтатыу тураһында күрһәтмә тапшырасаҡ. Агитация материалдары һайлау участкаһы биләмәһендә махсус тәғәйен­ләнгән урындарҙа ҡуйыла. Бындай майҙансыҡтарҙы урындағы үҙидара органдары һайлау кө­нөнә тиклем 30 көндән дә ҡал­майынса билдәләргә бурыслы. Махсус урындар һайлаусы­ларға мәғлүмәттәр менән таны­шыуға уңайлы, шулай уҡ бөтә канди­даттарҙың да материалы һыйыр­лыҡ ҙурлыҡта булырға тейеш.
– Агитация материалдарын ҡайҙа урынлаштырыу тыйыла?
– Махсус билдәләнгән урын­дарҙан тыш уларҙы төрлө биналар, ҡоролмалар эсендә лә, тышында ла ҡуйырға мөмкин, тик был осраҡта милек хужаһынан рөхсәт алыу талап ителә. Ә бына тарихи, мәҙәни йәки архитектура ҡиммәтенә эйә булған һәйкәл­дәрҙә, обелисктарҙа, ҡоролма­ларҙа, биналарҙа агитация материалын ҡуйыу тыйыла. Һайлау комиссиялары урынлашҡан бинала, шулай уҡ уның ишегенән 50 метр арауыҡта уларҙы ҡу­йырға ярамай.
– Ошо сикте боҙған осраҡ­та...
– Рәсәй Федерацияһының Административ тәртип боҙоуҙар ту­раһындағы кодексында баҫма агитация материалдарын әҙер­ләү, таратыу өлкәһендәге тәртип­һеҙлектәр өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡаралған. Тыйыл­ған урындарҙа уларҙы урын­лаш­тырған өсөн граждандарға – 500-ҙән 1 мең һумға, вазифа­лы ке­ше­ләргә – 1,5 меңдән 2 мең һумға тиклем, ойошмаларға 20 мең­дән 30 мең һумға тиклем штраф һалыу ҡаралған. Закон сиктәрендә урынлаштырылған агитация материалдарын яуыз ниәттә юҡҡа сығарған, боҙған өсөн 500-ҙән 1 мең һумға тиклем штраф һалына. Шул уҡ кодекс­тың 5.12-се статьяһына ярашлы, һайлау комиссияһы ағзалары, вә­килдәре, эске эштәр органдары (полиция) хеҙмәткәрҙәре административ тәртип боҙоуҙар тура­һында протокол төҙөү хоҡуғына эйә. Ә бына шул уҡ кодекстың 5.15-се статьяһында билдә­ләнеүенсә бары тик эске эштәр органдарының (полицияның) вазифалы кешеләре генә протокол төҙөй ала. Милек хужаһы үҙенең рөх­сәтенән тыш милегенә ҡуйыл­ған агитация материалын юҡҡа сығарһа ла, ул, 5.14-се статьяға ярашлы, яуаплылыҡҡа тарттырылмай.
Читайте нас