Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
12 Июль 2019, 18:02

Владимир Путинды ҡырғыҙҙар ярата

Президентыбыҙ Владимир Путин Ҡырғыҙстан Республикаһы Президенты Сооронбай Жээнбеков менән осрашты.

Фото: http://www.kremlin.ru
Фото: http://www.kremlin.ru
Президентыбыҙ Владимир Путин Ҡырғыҙстан Республикаһы Президенты Сооронбай Жээнбеков менән осрашты.
– Беҙ яңыраҡ ҡына күрешкәйнек, әммә арабыҙҙағы хеҙмәттәшлек тығыҙ булғас, һөйләшер өсөн темалар табылып тора. Ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙең бөгөнгө хәле, интеграция проблемалары һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышырбыҙ, – тине Владимир Путин.
Ҡырғыҙстан Президенты осрашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәтен белдерҙе.
– Беҙҙең мөнәсәбәттәр бик уңышлы үҫешә. Айырыуса һеҙҙең беҙгә килеүегеҙ бик уңышлы һәм һөҙөмтәле булды. Дөйөм хаҡы 6 миллиард долларлыҡ 50-нән ашыу килешеү төҙөлөүе лә ошо хаҡта һөйләй бит. Дәүләтебеҙ үҫешенә ыңғай йоғонто яһаған ярҙамығыҙ өсөн Ҡырғыҙстан халҡы һеҙҙе дуҫ тип һанай, – тине Сооронбай Жээнбеков.
Читайте нас в