19 июлдә Силәбе өлкәһенә эш визиты менән дәүләт Башлығы Владимир Путин килергә тейеш, тип хәбәр итә матбуғат хеҙмәте.
Ил етәксеһенә Магнитогорск ҡалаһында йорт шартлау фажиғәһенә дусар булған кешеләр менән осрашырға тура киләсәк.
Был аяныслы ваҡиға үткән йылдың 31 декабрендә булғайны. Унда күп ҡатлы йорттоң бер секцияһында йәшәгән 39 кешенең ғүмере фажиғәле өҙөлгәйне.